Халыҡ аҙыҡ-түлектең көнләп тигәндәй артыуын күреп-һиҙеп тора. Шулай ҙа Росстат мәғлүмәттәре бер аҙ тынысландырырлыҡ: 2011 йылдың декабрендә хаҡтар үҫеше Рәсәйҙә һуңғы 10 йылда иң түбәне булған.
Илдә ҡулланыусылар хаҡы индексы 100,4 процент тәшкил иткән. Билдәләүҙәренсә, был — 1991 йылдан алып иң түбән күрһәткес.
Үткән йәйҙең уңай килеүе, йәғни уңыш муллығы ҡыш уртаһында ла үҙен һиҙҙерә. Мәҫәлән, былтыр ошо осорҙа килограмы 40 — 50 һумдан да кәм булмаған бәрәңге, кишер, сөгөлдөр һәм һуғандың бер килограмы хаҡы әле — 11-12 һумдан алып 18 һумға тиклем. Һарымһаҡ та быйыл бик үк “ауыр” тартмай — килограмы 60 һум, йәшел шалҡан 25 һум торһа, кәбеҫтә — 10 — 13 һум. Райондарҙағы һәм яҡын-тирә ауылдарҙағы етештереүселәр баш ҡала баҙарында үҙ урынын ныҡлап алған. Хаҡтары ла йәлеп итерлек.
Ғөмүмән, баҙарҙағы тауар хаҡы магазиндарҙағы менән сағыштырғанда һиҙелерлек түбән. Етмәһә, хаҡтар сәйәсәтенә йәрминкәләр ҙә бер ни тиклем ”төҙәтмә” индерҙе. Шуға күрә Өфө халҡы баҙар юлын таҡырлауҙы хуп күрә.
М. ХАРИСОВА.