Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырғамы?26.09.2014
2015 йылға федераль ҡаҙна проекты тулайым эске продуктҡа ҡарата 0,6 процент дефицит күләмендә планлаштырыла. Хөкүмәт ҡалған сығымдарҙы — ә уның 1,5 триллион һумға етеүе ихтимал – башҡа сығанаҡтарҙан эҙләргә мәжбүр буласаҡ. Граждандарҙы социаль яҡлауға сығымдар 7 процентҡа арттырылһа, оборона сығымдары 2012 йыл менән сағыштырғанда 1,9 тапҡырға күберәк, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа дәүләт ярҙамы иһә алты тапҡырға кәмерәк буласаҡ. Етмәгән сығымдарҙың 500 миллиард һумға саҡлыһын Резерв фондынан алыу күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, унан кемдәр файҙаланасағы ла билдәле: сит илдәрҙең финанс институттарынан кредит алыуҙан мәхрүм ителгән ҙур компаниялар.


Министрҙар ҡаҙна проекты менән хәҙерҙән үк ҡәнәғәт түгел, тип яҙа “Ведомости” гәзите. Рәсәй иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев фекеренсә, проект балансланған, тип әйтеп булмай, сөнки ул илдең, милләттең үҫешен түгел, ә сифатһыҙ сығымдарҙы арттырыуға йүнәлтелгән. “Сифатһыҙ сығымдар” тигәндә, министр оборонаға, именлеккә һәм Пенсия фондына трансферттарҙың арттырылыуын күҙ уңында тота. Беҙ 2020 йылға саҡлы үҫеш программаһын эшләгәндә ҡаҙнаның етештереүгә тотоноласаҡ өлөшөнөң тулайым эске продуктҡа ҡарата өс процентҡа артасағы тураһында һөйләшеп килештек, ти Улюкаев. Ә был проект, киреһенсә, иҡтисад, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәткә сығымдарҙы оборонаға, именлеккә һәм Пенсия фондына трансферттарға ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк билдәләй.
Ҡаҙна проектында сығымдарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мөмкин­лектәре бар, тип үҙ ҡарашы менән уртаҡлаша Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов һәм коллегаһы “сифатһыҙ” тип атаған сығымдарҙы кәметергә тәҡдим итә. Дөрөҫ, оборо­наға ҡағылышлы фекер перспективаға йүнәлтелеп, йомшартыбыраҡ әйтелә. Ләкин Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев социаль яҡлауға тотоно­ласаҡ сығымдарҙы кәметеүгә ҡырҡа ҡаршы, һәм уларҙы “ҡаҙнаның иң мөһим статьялары” тип атай. Был да аңлашыла, сөнки Владимир Путиндың Президент булып һайлан­ғандан һуң ҡул ҡуйған указдарын атҡарыу буйынса Хөкүмәт тарафынан ошоғаса етди аҙымдар яһалманы. Ни генә тимә, Рәсәй Конституцияһының 7-се статьяһында нығытылғанса, илебеҙ – граждандарға лайыҡлы тормош шарттары булдырыуға йүнәлтелгән сараларҙы бойомға ашырыусы социаль дәүләт, һәм бының менән иҫәпләшмәү мөмкин түгел.
Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ тигән әйтемгә ярашлы, ҡаҙна сығымдарын ҡулайлаштырыу йәһәтенән хәрбиҙәр өсөн пенсия тәғәйенләгәндә, федераль хеҙмәткәрҙәр иҫәбен һәм уларға түләүҙе билдәләгәндә сығымдарҙы арттырыуҙан тыйылырға ҡушыла. Был, ҡаҙна проектынан күренеүенсә, 700 миллиард һумды һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Проектты ҡайтанан ҡарау уҡ тәҡдим ителмәһә лә, ҡайһы бер кәңәштәр ишетелә, мәҫәлән, пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу, социаль һәм мотлаҡ медицина страховкаһы фондтарын берләштереү, ҡаҙнанан эш хаҡы алыусыларға түләүҙе индекслауҙан тыйылыу, һаулыҡҡа зарарлы урындарҙа эшләп хаҡлы ялға алдан сыҡҡандарға пенсияны эш урынынан түләтеү, табышҡа һалымды күтәреү һ.б.
Яңыраҡ Рәсәй Президентының иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Сергей Глазьев “Газета.ру” интернет-гәзитенә күләмле интервью бирҙе. Ватан иҡтисадын үҫтереү өсөн капиталдың сит илдәргә күпләп сығарылыуына сик ҡуйырға һәм эшҡыуарҙар өсөн кредиттың хаҡын төшөрөргә, ә ҡайтарыу ваҡытын оҙайтырға кәрәк, ти иҡтисад фәндәре докторы. Ләкин Үҙәк банк уның киреһен эшләй: проценттарҙы арттыра, ә иҫәпләшеү срогын ҡыҫҡарттырта. Глазьевтың фекеренсә, оҙайлы ваҡытҡа бирелеүсе арзан кредитһыҙ инвестиция әүҙемлеген көсәйтеп булмаясаҡ. Сит илдәрҙә тап шулай эшләйҙәр ҙә. Мәҫәлән, 2008 йылғы финанс көрсөгө мәлендә Европаның Үҙәк банкы, өс йылға иҫәпләп, бер юлы 1 триллион евро баҫтырып сығарҙы. Һөҙөмтәлә Европа союзында көрсөк эҙемтәләре уңышлы бөтөрөлә. Ғалимдың фекеренсә, ғөмүмән, монетар сәйәсәттән башҡаны танырға теләмәгән беҙҙең финанс белгестәре Рәсәйҙә тулайым кредиттың тулайым эске продуктҡа ҡарата алға киткән илдәрҙәгенән — өс, ә үҫеш юлындағы дәүләттәрҙәгенән ике тапҡырға кәмерәк булыуы һәм иҡтисади үҫешкә етди ҡамасаулауы менән иҫәпләшмәй. Шул арҡала илебеҙҙең ҙур компаниялары оҙайлы һәм арзан кредитты сит илдәрҙән алырға мәжбүр. Әйткәндәй, “Утро.ру” интернет-гәзите Гер­манияның “Ди Вельт” гәзитенә һылтанып хәбәр итеүенсә, Рәсәй сәнәғәт предприятиеларының Көн­байыш финанс институттарына бурысы 1,3 триллион доллар тәшкил итә, шуның 157 миллиардын быйыл уҡ ҡайтарырға кәрәк. Гәзиттә сит илдәргә сығарылған Рәсәй капиталы буйынса ла мәғлүмәттәр урынлаштырылған. Быйыл апрель – сентябрҙә генә илдән 55 миллиард доллар “аяҡланған”. Халыҡ-ара валюта фондының фаразы буйынса, йыл аҙағына уның 150 миллиардҡа етеүе ихтимал.
Белгестәр фекеренсә, арзан финанс ресурстарынан тыш ил иҡтисадын күтәреп булмаясаҡ. Ләкин Гайдар институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Сергей Жаворонков билдәләүенсә, Украина ваҡиғаларына бәйле санкцияларҙан һуң донъя кредит баҙарының дүрттән өс өлөшө Рәсәй сәнәғәтселәре өсөн бикле. Азия банктарынан кредит алыу отошһоҙ, сөнки улар ҡиммәт һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа бирелә.
Төбәктәрҙең финанс хәлен яҡшыр­тыуҙы хәстәрләп, Федераль үҙәк түбәндәге һыҙманы тәҡдим итмәксе. Дмитрий Медведев уны Сочи ҡалаһында былай тип аңлатты: төбәктәргә төрлө йыйымдар индерергә рөхсәт ителәсәк, мәҫәлән, сауҙа, дөйөм туҡланыу, такси, туризм һ.б. хеҙмәттәр күрһәткән өсөн. Үрҙә телгә алынған әйтемдең икенсе яңғырашы ла бар: кәүҙәңә ҡарап юрғаныңды һыры! Рәсәйҙең был йәһәттән мөмкинлектәре Сергей Глазьев атағандар менән генә сикләнмәй. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры Анатолий Селюковтың фе­керенсә, Резерв фондындағы аҡсаны сит ил активтарына һалғансы, үҙебеҙҙең сәнәғәтселәргә биргәндә, күпкә отошлораҡ булыр ине.




Вернуться назад