Хаҡтар тотороҡло булһын20.09.2014
Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Эрнст Исаев рәйеслегендә ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек баҙарында тигеҙлекте тәьмин итеү буйынса республика штабының икенсе ултырышы үткәрелде.

Штаб етәксеһе урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко билдәләүенсә, республика кимәлендә, шулай уҡ урындарҙа аҙыҡ-түлек баҙарының тигеҙлеген тәьмин итеү һәм хаҡтарҙы күҙәтеү буйынса йылдам эш алып барыла. Иген һатыусылар ҙа контролгә алынған. Быйыл ауыл хужалығында етештереү күләме ярайһы уҡ артҡан. Был хәл аҙыҡ-түлеккә хаҡтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү хоҡуғын бирәсәк. Николай Коваленко импортты алмаштырыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бирҙе.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәфит Йәғәфәров баҙарҙа хәлдең тотороҡло булыуын билдәләне. Йәй миҙгеле үтеү сәбәпле, һөткә хаҡтың артыуы күҙәтелә. Әле республикала бер килограмм һөттөң һатып алыу хаҡы 13,5 – 18,15 һум тәшкил итә.
Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Эрнст Исаев, аҙыҡ-түлек баҙарында алыпһатарлыҡҡа юл ҡуймау өсөн ошо өлкәгә йәлеп ителгәндәрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлеген тәьмин итергә кәрәк, тип билдәләне. Ул шулай уҡ халыҡтың аҙ тәьмин ителгән мохтаж ҡатламдарына, ауыл халҡына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән сара күреү зарурлығы хаҡында әйтте.




Вернуться назад