Эшсе һөнәре тибеҙ ҙә ул…12.09.2014
Эшсе һөнәре тибеҙ ҙә ул…
“Өфө йорт төҙөү комбинатына токарь, иретеп йәбештереүсе, йөҙләүсе һәм башҡа һөнәрҙәргә эшселәр талап ителә. Эш хаҡы — 22 мең һум самаһы”. Телевидениенан көнөнә әллә нисә тапҡыр яңғыраған был иғлан уйға һалды.


Бөгөн бөтә нәмә көндән-көн ҡыйбатлана барған осорҙа был эш хаҡы, дөрөҫөн әйткәндә, йән аҫрарлыҡ ҡына тиер инем. Уға яңы тормош башлаған йәш ғаилә фатир ҙа, машина ла һатып ала алмаясаҡ. Әгәр инде ҡатыны өйҙә бала менән ултырһа, сабый ауырый башлаһа, хәлдәр тағы ла мөшкөлләнәсәк. Был осраҡта эшсе абруйы хаҡында һүҙ сурытыу урынһыҙ, минеңсә.
Һуңғы йылдарҙа ошо хаҡта йыш һөйләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, әлегә аныҡ ҡына эш алып барылмай кеүек. Бөгөн ҡырағай баҙар шарттарында һәр компания үҙенең мәсьәләһен үҙе хәл итә. Ҙур эш хаҡы башлыса төрлө кимәлдәге етәкселәргә түләнә. Күп осраҡта эшсе яҡлау­сыһыҙ, хоҡуҡ­һыҙ булып ҡала. Мә­ҫә­лән, танышым бер ойошмала эшләй. Ағас­тан һырлап төрлө затлы, ҡыйбатлы йы­һаздар етеште­рә­ләр. Ғәҙәттә, уларҙы байҙар һатып ала. Һөнәре ҙур оҫталыҡ, сыҙамлыҡ талап итә. Иртәнән кискә ҡәҙәр тир түккән егеткә айына ни бары 20 мең һум самаһы эш хаҡы менән хушһынырға тура килә. Иретеп йәбештереүсе булып эшләгән күршем дә йыш ҡына бер ойошманан икенсе­һенә күсергә мәжбүр. Сәбәбе ябай: кинәндереп аҡса түләмәйҙәр, бирһәләр ҙә, өҙөп-йолҡоп ҡына. Ә ғаиләне ҡа­рарға, балаларҙы уҡытырға кәрәк. Ошо­ларҙы белеп, ишетеп үҫкән йәштәр, ни ҡәҙәр генә маҡтамайыҡ, эшсе һөнәренә атлығып торормо? Ә атай менән әсәй ниндәй кәңәш бирер икән?
Ирекһеҙҙән бөгөн беҙ яманлаған Совет осоро иҫкә төшә. Ысынлап та, ул ваҡытта белгестәргә, эшселәргә ҡарата хөрмәт ҙур булды. Тап уларҙың фиҙакәрлеге менән завод-фабрикалар гөрләп торҙо, йорттар, төрлө социаль биналар файҙаланыуға тапшырылды. Ситтән, башлыса ауылдарҙан килгән йәштәр өсөн бихисап дөйөм ятаҡ тө­ҙөлдө. Төп ауыр эште улар башҡарҙы, шуға ла хеҙмәт хаҡы мастер, цех начальнигы кеүек юғарыраҡ вазифа биләгәндәрҙекенән күпкә ҙурыраҡ ине. Юғары уҡыу йортон тамамлағандар окладта йөрөмәҫ өсөн ябай станоксы, эшсе булып та урынлаша торғайны. Мәҫәлән, мин үҙем 1987–1988 йыл­дар­ҙа Өфө фанера комбинатында эшлә­нем. Эш хаҡы 300 һумға етә ине. Ә цех начальнигы, мастер­ҙарҙың оклады — 140 — 170 һум ғына. Бына ҡайҙа булған ул эшсегә хөрмәт, ихтирам! Бер ҡараһаң, ысынлап та шулай булырға тейеш, сөнки төп тауарҙы улар етештерә, саң-туҙан йо­топ, ауыр эште баш­­­ҡара, ә та­ҙа бүлмәлә бөхтә кейенеп, ваҡытын нисек үткәрергә бел­мәгән мастер ҙа, начальник та түгел.
Үкенескә ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу йыл­дарында ситтән әҙерҙе һатып алырға әүәҫләнеп алдыҡ та, бер тынала тигәндәй, үҙебеҙҙең тиҫтә йылдар һуҙымында төҙөгән сәнәғәтте ботарлап ташланыҡ. Ауыл хужалығы юҡҡа сыға яҙҙы. Аграр йүнәлештәге уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең күпселеге урамда ҡалды. Һөҙөмтәлә күпме кеше яратҡан эшенән, нисә йыл буйы тәж­рибә туплаған һөнәренән яҙҙы. Был иһә эшсе һөнәрен ерләп ҡуйыуға тиң булды. Хатта бөгөн зоотехник, агроном кеүек профессияларҙы “архаизм” тип иҫәпләгән бер быуын үҫте.
Тағы ла бер миҫал. Элек эшселәр, уларҙың хеҙмәте, фиҙакәрлеге хаҡында телевизорҙан тапшырыуҙарҙы йыш күрһәттеләр, очерктар яҙылды. Хатта яҙыусылар нефть һәм газ сығарған урындарҙа йәшәп, уларҙың тормошо хаҡында әҫәрҙәр ижад итте. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бөгөн ундай темалар онотолдо тиерлек. Заманса көлкөлө телесериалдар йоғонтоһонда йәштәр тормошто еңел, романтик тип күҙ алдына килтереп үҫә. Уларға башҡа өлкәлә геройҙар юҡ кеүек. Шуға ла дизайнер, модельер кеүек матур яңғырашлы һөнәр һайлауға өҫтөнлөк бирәләр. Ысын тормош хаҡында белмәйҙәр.
Был йәһәттән мәктәптәрҙә тейешле кимәлдә профессиональ йүнәлеш бирелмәй. Белгестәр билдәләүен­сә, эшсе һөнәренә институтта тү­гел, ә мәктәп эскәмйәһенән әҙер­ләргә кәрәк. Директорҙар, уҡытыусылар ауыҙынан йыш ҡына:
– Быйыл бөтәһе лә юғары уҡыу йортона инде, – тигә­нерәк фекер ишетергә тура килә.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа күптәр бары диплом өсөн генә уҡырға инә. Дәүләткә ҡарамаған төрлө уҡыу йорт­тарының ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек күбәйеүе лә бөгөн эшһеҙҙәр һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Айырыуса был ҙур ҡалаларҙа күҙәтелә. Төрлө һөнәрселек училищелары бар­маҡ менән һанарлыҡ булһа ла, юғары уҡыу йорттары аҙым һайын тигәндәй. Билдәле, ҡулына диплом алған кеше ғәрләнмәй заводҡа барып йөрөмәҫ инде. Быныһы иһә – үҙ нәүбәтендә уғрылыҡты, наркоманияны арттырыуға булышлыҡ иткән бер аҙым.
Бөгөн ни генә эшләргә теләһәк тә, бөтә нәмә аҡсаға ҡайтып ҡала. Тормош үҙе шулай талап итә. Бер аҡыл эйәһе “Аҡса – прогрестың йөрәге” тип тиккә генә әйтмәгәндер. Эшсе һөнәренең абруйын арттырайыҡ тиһәк, уға лайыҡлы хеҙмәт хаҡын да хәстәрләү кәрәк.


Вернуться назад