Дәүләт ярҙам итһә...06.09.2014
Дәүләт ярҙам итһә...
Элек-электән ауыл кешеләренең төп эше — иген үҫтереү, мал ҡарау. Шуның өсөн дә уңдырышлы ергә төрлө яҡтан меңәр саҡрым уҙып килеп ултырыр булғандар. Башҡортостанда әүәл башҡорттар ғына йәшәһә, төрлө милләт вәкилдәренең бында ер алыуы һөҙөмтәһендә республика күп милләтлегә әүерелгән. Барыһын да уңдырышлы башҡорт тупрағы үҙенә тартҡан.


Ауыл хужалығы – ҡатмарлы тармаҡ. Айырыу­са игенселек өсөн. Уның ыңғай һөҙөмтәләре лә бер нисә йыл шөғөлләнгәс кенә асыҡлана. Был, билдәле булыуынса, иң элек тупраҡты эшкәртеүгә, орлоҡтоң сифатына, ваҡытында сәсеүгә һәм тәбиғәт шарттарына бәйле. Иген шытып сыҡҡас, иң кәрәк ваҡытта ямғырһыҙ интектергән йылдар була, ә ураҡ еткәс, киреһенсә, йыш яуып яфалай. Мәҫәлән, былтыр тап шулай булды.
Беҙҙең ил оҙаҡ йылдар социалистик системала көн итте. Совет власы ваҡытында кеше әллә ни бай булмаһа ла, ярлылыҡ та хөкөм һөрмәне. Халыҡ ил өсөн эшләне, Ватаны өсөн йәшәне. Был хәл капиталистик илдәргә оҡ­шаманы, улар яғынан күралмаусанлыҡ көсәйҙе, шуның арҡаһында ил баҙар иҡтисадына йүнәлеш тотто. Был – бер. Икенсенән, элек барыһы ла дәүләттеке, дөйөм милек булғанлыҡтан, уға ҡул һуҙырға ынтылыусылар артты, етештереүсәнлек кәмене, ил торғонлоҡҡа дусар ителде.
Ауыл хужалығында мәжбүри эшкә нигеҙләнгән колхоздар уҙған быуат аҙағына эшмәкәрлеген ҡырҡа һүлпәнәйтте. Был ирекле хеҙмәтте үҙ иткән кооперативтарға күсеүҙе талап итте. Әммә яңы структуралар эш хаҡын ваҡытында түләй алмағанлыҡтан, уларҙың ағзалары мулыраҡ түләнгән урындарға китте. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер хужалыҡтарҙа етештереү кәмене, бәғзе бер тармаҡтар иһә ҡул көсө етмәү арҡаһында тулыһынса ябылды.
Хужалыҡ тармаҡтары бындай һынылыш осоронда үҫештең ниндәй генә йүнәлешен һайламаһын, дәүләттең булышлығына мохтажлыҡ кисерә. Ошо турала Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин да “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Р. Хәсәнов менән әңгәмәлә асыҡ итеп: “Дәүләт ярҙам итһә генә, ауыл йәшәйәсәк”, — тип белдерҙе.
Ауыл бындай ауырлыҡтарҙы бик күп кисергән. Мәҫәлән, 1861 йылда, крепостной хоҡуҡ юҡҡа сығарылғанға хәтлем, крәҫтиән алпауытҡа аҙнаһына ике-өс көн бушлай хеҙмәткә мәжбүр ителгән. Әлбиттә, еренә еткереп эшләмәгән­лектән, иген уңмаған, баҫыуҙарҙы ҡый баҫҡан.
Ер йән башына, ғаиләләге ир-ат иҫәбенә ҡарап бирелгән, ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынмаған. Һөҙөмтәлә күп ерлеләр һәм ялланып эшләүселәр барлыҡҡа килгән. Был хәл 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем дауам иткән. В.И. Лениндың саҡырыуына нигеҙләнеп, ер йән башына тигеҙ итеп бүленгән, был тәртип колхозлашыу башланғансы йәшәгән.
Бөйөк Ватан һуғышынаса колхоздар ҙур үҫешкә өлгәшкән. Баҫыуҙар гөрләп торған, юғары уңыш алынған, мал аҙбарҙары, баҫыу стандары ҡалҡып сыҡҡан. Ул йылдарҙа “колхоз – колхозсыныҡы”, “колхозсы – колхоздыҡы” тигән лозунг буйынса эш итәләр, милеккә һаҡсыл ҡараш урынлаша, намыҫлы хеҙмәт, бурысты еренә еткереп башҡарыу ҡағиҙә рәүешендә һаҡлана.
Бындай тәртип һуғыштан һуң да, колхоздар эреләтелгәнгә саҡлы дауам итә. Бигерәк тә ваҡ ауылдарҙың хужалыҡтары бар яҡлап та өҫтөн була, сөнки уларҙа кешеләр колхозды үҙенеке итеп ҡарай. Ләкин хужалыҡтар эрелә­телеү менән, колхоз колхозсыныҡы булыуҙан туҡтай, барыһын да рәйес хәл итә башлай. Тап шул арҡала мәжбүри хеҙмәткә нигеҙләнгән ойошмаларҙың үҫеше тотҡарлана, тауар етештереү кәмей, хеҙмәт тәртибе йомшара, техникаға, яғыу­лыҡҡа һаҡһыҙ ҡараш көсәйә. Тупраҡ эшкәртеү сифаты түбә­нәйгәнлектән, баҫыуҙарҙы ҡый баҫа, көтөлгән уңыш алынмай. Колхозда ерҙе берәү һөрһә, икенселәр эш­кәртә, өсөнсөләр сәсә, дүртенселәр уңышын йыя. Улар, һуңғы һөҙөмтә менән ҡыҙыҡһыныуҙан бигерәк, эшләп ҡалырға ынтыла, сөнки хеҙмәт хаҡы шуға ҡарап яҙыла бит.
Ошо тәжрибәнән сығып фекер йөрөткәндә, һәр ауылдың бер колхоз булып ойошоуы бөтә яҡлап та уңайлы. Уны кеше үҙенеке тип һанай, бер-береһенең хеҙмәтенә битарафлыҡ күрһәтмәй. Һөҙөмтәлә ауылда иген игеүгә, донъя көтөүгә ынтылыш барлыҡҡа килә. Етәксенең үҙҙәре араһынан булыуы ла дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә. Артабан да шулай булһа, ауылдар йәшәр, тарҡалмаҫ ине.





Вернуться назад