Илдә барған хәлдәр менән ҡыҙыҡһыныусыларға билдәле: Америка менән Европаның Рәсәйгә ҡарата сикләүҙәре киңәйгәндән-киңәйә бара. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә тик ятмайбыҙ: сит илдән килгән күп кенә аҙыҡ-түлеккә “кәртә” ҡуябыҙ. Был аҙымдар ахырҙа нимәгә килтерер һуң?..
Бындай күренештәр Ер йөҙөндә Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң тамыр йәйә башлай. Ул ваҡытта күп кенә сикләү ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә күбеһе ҡағыҙҙа ғына ҡала, эшлеклеләре лә маҡтанырлыҡ булмай. Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, бөгөнгө сикләүҙәр Рәсәйҙе, киреһенсә, күтәрәсәк кенә.
Сит илдең “тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап” торған аҙыҡ-түлегенә ауыҙ өйрәнеп бөтһә лә, хушлашыу юғалтыуһыҙ буласаҡ, тип һөрәнләйҙәр телевизор экранынан: өҫтәлдәрҙә үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ торасаҡ! Ауыҙыңа бал да май инде, улай булһа. Ысынлап та, күпме баҫыу-ҡырҙарыбыҙҙы сүп баҫып, малсылыҡ фермалары емерелеп ятҡанда, “Буш бото”н ашап ятыу ерәнес күренеш ине. Их, бына үҙебеҙҙә булһа икән ул, тип төкөрөк сәстек. Ниһайәт, юл асылды: ең һыҙғанып тырыш! Әйткәндәй, был йәһәттән республикала эштәр әүҙемләшә башланы ла инде, төбәк башлығы ошо мәсьәлә буйынса махсус кәңәшмә лә йыйҙы.
Ә магазин кәштәләре үҙебеҙҙең ризыҡ менән тулырмы-юҡмы – уныһын ваҡыт күрһәтер. Йыл башында сит ил байҙары Рәсәйҙәге компанияларын һата башлағас, дәүләт тиҙ арала уларҙы һатып алып, отҡайны инде. Әйткәндәй, үҙебеҙҙә етештерә алмаһаҡ та, Евразия бер Европаға ғына ҡарап тормай бит, илдәр араһында дуҫтар ҙа бихисап.
Шулай ҙа аҙыҡ-түлек менән генә эш бөтмәй бит әле... Инновация технологиялары, Рәсәй газын алмаштырыу – береһе лә ситтә ҡалырға оҡшамаған. Нисек кенә булмаһын, иҡтисад киләсәген күҙаллаған белгестәр Рәсәйҙең яй булһа ла алға китәсәген, үҫешәсәген билдәләй. Тимәк, алдағы йылдарҙа илебеҙ йәнә бер баҫҡысҡа күтәрелер тип ышанабыҙ.