Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына арналған Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов республикала эш хаҡының түбән булыуы хаҡында сығыш яһағайны.
– Эш хаҡының аҡрын артыуы – беҙҙең үҫеште тотҡарлаған сәбәптәрҙең береһе. Рәсәй буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы 10 процентҡа артһа, беҙҙең республикала был үҫеш ете процент ҡына булды, һәм уныһын да инфляция “йотоп” бөтөрҙө. Рәсәй Президентының “май указдары”на ярашлы, беҙ бюджет ойошмаларында хеҙмәт хаҡын күтәреү планын тулыһынса үтәйбеҙ. Ләкин предприятиеларҙа был йүнәлештә һүлпәнлек күрһәтелә. Уларҙың етәкселәренә өндәшәм: кәрәкмәгән сығымдарҙы ҡыҫҡартығыҙ, ә эш хаҡын арттырығыҙ! – тине ул.
Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда бер эшләгән кешенең уртаса хеҙмәт хаҡы айына 23 мең 581 һум тәшкил итте, йәғни алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ете процентҡа артты. Рәсәй буйынса беренсе ярты йыллыҡта был күрһәткес 31 мең 492 һум булды, йәғни 10,5 процентҡа күтәрелде. Беҙҙең республикалағы уртаса эш хаҡы Рәсәйҙәге уртаса кимәлдең 75 процентын ғына тәшкил итә.
Иң түбән эш хаҡы, таблицанан күреүегеҙсә, ауыл һәм урман хужалығында – 12 мең һумдан саҡ ҡына күберәк, иң юғарыһы финанс ойошмалары менән дәүләт органдарында – айына 34-35 мең һум.
Р. КӘЛИМУЛЛИН
әҙерләне.