Өфө кейә ҡупшы кейемен30.08.2014
Кисә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреүгә арналған сираттағы кәңәшмә булып уҙҙы. Был юлы ул ошо мөһим сараға транспорт системаһын әҙерләүгә арналды.


– Сараларҙы үткәреү урыны итеп Өфөнө һайлау илебеҙ етәкселеге тарафынан Башҡортостан Республикаһына ҙур ышаныс күрһәтеү булып тора, шуға ла быны аҡларға тырышырға кәрәк, – тине, кәңәшмәне асып, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич. – Беҙ бөгөн транспорт системаһының ҡайһы бер объекттары менән танышып та өлгөрҙөк. Проблемалар бар, ләкин улар хәл итерлек.
– Төҙөкләндерелергә тейешле төп объекттарҙың береһе – “Өфө” аэропорты, – тине Рәсәйҙең транспорт министры Михаил Соколов. – Уны яңыртыуға туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, башҡараһы эш хатта саммиттан һуң да дауам итәсәк. Республика етәкселеге саммиттарға әҙерлек эшенә бик яуаплы ҡарай, бының өсөн Рөстәм Зәки улына айырым рәхмәтлебеҙ.
Был һүҙҙәрҙән һуң Михаил Юрьевич Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовҡа министрлыҡтың наградаһын – “Петр Губонин миҙалы”н тапшырҙы (Петр Губонин – Рәсәй империяһында тимер һәм таш юлдар төҙөгән, ҡала транспортына нигеҙ һалған билдәле сәнәғәтсе).
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сараға әҙерлек барышына күҙәтеү яһаны. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға объект­тар буйынса слайдтар күрһәтелде. Сит ил ҡунаҡтарын хеҙмәтләндереү өсөн инглиз һәм ҡытай телдәрен белгән 800 ирекмән әҙерләү ҙә күҙ уңында тотола.




Вернуться назад