Республика яландарында ураҡ эшенең ҡыҙған мәле. Ялан батырҙары һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, бураҙналарҙы тулыландыра.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, урып йыйыу кампанияһы барышында 1 миллион 21 мең тонна уңыш һуғып алынған да инде. Айырыуса Мәләүез аграрийҙарының күрһәткесе тос. Улар 70 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған. Белгестәр Мәләүез баѕыуҙарының уңдырышлылыҡ ҡеүәтен дә юғары баһалай. Әйтәйек, ужым культураһы гектарынан 28,2 центнер (республика буйынса уртаса уңыш – 15 центнер), борсаҡ – 19,2 (17,2), арпа – 23,7 (17,3), һоло 24,5 центнер (14,1) тәшкил иткән.
Республика буйынса иһә ашлыҡ 724 мең гектарҙа урылған (пландың 41 проценты), 680 мең гектарҙа (38 процент) һуғылған. Ужым культуралары – 474 мең гектарҙа (96 процент), борсаҡ – 22 (65), арпа – 94,8 мең (24), һоло 61,9 мең гектарҙа (42) һуғылған.