Хаҡты арттырырға нигеҙ юҡ23.08.2014
Рәсәйгә сит ил тауарҙарын индереү тыйылғандан һуң Башҡортостанда республика етештереүселәренең аҙыҡ-түлегенә хаҡты нигеҙһеҙ арттырыу осраҡтары теркәлгән.

Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта шәхси икмәкханаларҙа хаҡтың күтәрелеүе хаҡында хәбәр итәләр. Баш ҡаланың сауҙа нөктәләрендә һатылған Ҡырмыҫҡалы икмәге дүрт процентҡа ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ Өфөләге Дим районын­дағы баҙарҙа ла ошондай осраҡтар теркәлгән. Әммә күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Эрнст Исаев ауыл хужалығы продукцияһына һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡ мониторингы буйынса штабтың оператив ултырышында хаҡты күтәреүгә нигеҙ юҡлығы, республика халҡын үҙебеҙ тәьмин итә алыуыбыҙ, ауыл хужалығы тармағының йылдам үҫешеүе хаҡында белдерҙе.
Агрокомплекстың етештереү ҡеүәте әле ни бары 60 – 80 процентҡа файҙаланыла. Ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, тауар төрҙәрен арттырыу мөмкинлеге бар әле. Мәҫәлән, һөт, ит ризыҡтары менән Башҡортостан үҙен үҙе тәьмин итә ала. Шуға быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙы төбәктәге сеймал нигеҙендә әҙерләү йәһәтенән дә ҡыйынлыҡ булмаясаҡ. Ә бына балыҡҡа килгәндә, республика уны етештереү буйынса бер ҡасан да алдынғылар рәтендә торманы. Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар һаны ла күп түгел. Халыҡты үҙебеҙҙә өлгөргән йәшелсә-емеш менән тәьмин итеү йәһәтенән дә ҡытыр­шылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Шуға помидор, ҡыярҙы күпләп үҫтергән Туймазы эшҡыуарҙары йәшелсәне уңышлы һатыу маҡсатында кооперативтарға берләшә.
АҠШ-тан, Норвегиянан, Австралиянан һәм Евросоюз илдәренән килтерелергә тейешле аҙыҡ-түлектең өлөшө республикала 15 проценттан артмай. Был иң элек балыҡҡа, емеш-еләккә һәм йәшелсәгә ҡағыла. Әммә көн һайын ашаған ризығыбыҙҙың йөҙ процентҡа яҡыны үҙебеҙҙеке икәнлеген бер кем дә инҡар итә алмай. Өҫтәүенә был йәһәттән бер ниндәй ҙә дефицит тоймайбыҙ. Шуға хаҡты күтәреүгә лә нигеҙ юҡ.


Вернуться назад