Башҡортостандың Милли банкында республикала банк секторының былтырғы эшмәкәрлеге, алда торған көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында кәңәшмә булды. Федераль һәм төбәк кредит ойошмалары етәкселәре менән һөйләшеүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Былтыр урындағы банк секторы Рәсәй һәм Башҡортостан банк системаларының 2015 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ярашлы эш алып барған. Ыңғай һөҙөмтәләр байтаҡ. Мәҫәлән, халыҡ тарафынан кредиттарҙы ваҡытында түләмәү осраҡтары кәмегән. Шулай уҡ төбәктә банк бүлексәләре артҡан — көрсөккә тиклемге кимәлде үтеп, 1 382 берәмеккә еткән. Банк хеҙмәтен дистанцияла алып барыу технологияһын әүҙемләштереү буйынса ла ныҡлы эш алып барылған. Республика банк карталары, электрон терминалдар, банкоматтар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урында килә.
Шулай ҙа проблемалар етерлек. Улар кредит ойошмалары капиталы кимәленең түбәнлегенә, юғары процентҡа һәм бик үк асыҡ булмаған шарттарҙа бурыс биреүгә, закон ҡағиҙәләрен иҫәпкә алмайынса башҡарылған шикле операцияларға ҡайтып ҡала. Был киҫкен мәсьәләләр халыҡтың банкка ҡарата ышанысын ҡаҡшата, системаны заманса яңыртыуға кире йоғонто яһай.
Рөстәм Зәки улы, тәү сиратҡа халыҡ мәнфәғәтен ҡуйып, проблемаларҙы бөтөрөү буйынса аныҡ эш алып барыуҙың мөһимлеген билдәләне. Банк хеҙмәте алдынғылары Олег Ғәниев, Илдар Мөхәмәтдинов һәм ветеран Фәрит Имамов Президент ҡулынан бүләктәр алды.
Кәңәшмәнең резолюцияһына ярашлы, кредит ойошмалары 2011 — 2015 йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади һәм социаль йәһәттән үҫтереү программаларын, республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, торлаҡ төҙөүҙе хеҙмәтләндереү, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һөтсөлөк фермаларына, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү бурыстарын үҙ өҫтөнә алды.
Д. ИШМОРАТОВА.