Республика йортонда Рөстәм Хәмитов UrbanБайрам ҡала төҙөлөшө форумы эксперттары менән осрашты. Сарала Башҡортостан ҡалаларын стратегик йәһәттән үҫтереү, уларҙа сифатлы мөхит булдырыу, транспорт системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Республика етәксеһе вазифаһында эшләй башлағас та халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға иғтибарҙы йүнәлттем. Был эш хаҡын арттырыуға, балалар баҡсаһында урын етмәү мәсьәләһенә генә ҡағылмай. Иң элек йәшәү мөхитенең сифаты юғары булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның билдәләүенсә, был йәһәттән Өфөлә лә, республикала ла, илебеҙҙә лә хәл шәптән түгел.
— Ҡалаларҙа ял итеү урындарына ҡытлыҡ ҙур. Уңайлы мөхит һөҙөмтәле хеҙмәткә ыңғай шарттар тыуҙыра. Ҡала мөхитен яҡшыртыу буйынса ысын мәғәнәһендә күләмле һәм етди эш башҡарыу тормош сифатын күтәреүгә этәргес бирер ине, — тине төбәк етәксеһе.