Быйыл ғинуар — июнь айҙарында Башҡортостанда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестиция күләме 97,9 миллиард һум, йәғни былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 11,3 процентҡа күберәк, тәшкил иткән.
Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан юғары иҡтисади ҡеүәтле төбәктәр тиҫтәһенә һәм иҡтисади хәүеф кимәле түбән тәүге бишәү иҫәбенә инә. Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта инвестицияларҙың төп өлөшө (36,9 проценты) биналар һәм ҡоролмалар төҙөүгә, ғәмәлдәгеләрен яңыртыуға йүнәлтелде. Торлаҡ төҙөлөшөнә иһә 27,8 проценты тотонолған.
Июлдә Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәргәйне. Унда билдәләнеүенсә, былтыр республика иҡтисадына йүнәлтелгән аҡса һигеҙ процентҡа үҫкән һәм 266 миллиард һумдан артып киткән. Әле төбәктә комиссия ярҙамы менән 100-гә яҡын ҙур проект тормошҡа ашырыла.