Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһының килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған килем керемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
“Ҡаҙнаны тулыландырыу йәһәтенән хәлде контролдә тотабыҙ. Иң мөһиме – килем керемен арттырыуға өлгәшәбеҙ. Ете ай эсендә республиканың йыйылма бюджетына 77 миллиард һумлыҡ һалым һәм уға ҡарамаған килем индерелде. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда үҫеш туғыҙ процент тәшкил итә. Был ил буйынса уртаса күрһәткестәргә тиң һәм Волга буйы федераль округы төбәктәрендәгегә ҡарағанда юғарыраҡ”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әммә кире факторҙарҙың йоғонтоһо әүәлгесә һиҙелә. Илебеҙгә ҡарата санкциялар билдәләү арҡаһында дөйөм иҡтисади хәл ҡатмарлашты. Бынан тыш, беҙ уртаса иҡтисади үҫеш зонаһына ҡарайбыҙ. Предприятиелар үҙ сиратында ҡаҙнаға һалымды күсереү йәһәтенән ҡулайлаштырыу эшен дауам итә, ерҙең кадастр хаҡына бәйле дәғүә белдерә.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай шарттарҙа ҡайһы бер һалым ташламаларын ҡулайлаштырыу алымдарын ҡарарға тейешбеҙ. Эшҡыуарҙарға, йүнселдәр берләшмәһенә ярҙамдан баш тартырға ярамай, тигеҙлекте тәьмин итеү мөһим, тип билдәләне республика етәксеһе.