15 августа Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың “Expert Online” журналына интервьюһы баҫылып сыҡты. Унда иҡтисади үҫештә алға сығыу өсөн төбәктәргә хужалыҡ итеүҙе планлаштырыу буйынса үҙаллы ҡарар ҡабул итеү азатлығын киңерәк биреү, Башҡортостандың иҡтисади үҙенсәлектәре, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге уңыштар һәм проблемалар тураһында һүҙ бара. Түбәндә ошо әңгәмәнең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырабыҙ.
“Һеҙ Башҡортостанда власть органдарын үҙгәртеп ҡорғанһығыҙ, тиҙәр, был эштең асылы нимәлә?” тигән һорауға Рөстәм Зәки улы былай тип яуап бирә:
– Уның структураһы элеккесә ҡалды. Бурыс ошо властың идара итеү алымдарын тамырынан үҙгәртеүгә ҡайтып ҡала ине. Беҙҙең республика – иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк, әммә мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай, 2000 йылдарҙың уртаһынан алып Башҡортостан илдең алдынғы субъекттарынан артта ҡала башланы. Был хәл барыһынан элек стратегик идара итеүҙәге етешһеҙлектәр, индустриаль үҫеш планының булмауы, халыҡтың иҡтисади тормошҡа йәлеп ителмәүе менән аңлатыла. Күберәк хис-тойғо, бер урында ҡатып ҡалыу өҫтөнлөк иткән. Хәҙер күп нәмә яҡшырҙы: бизнес өсөн шарттар еңелерәк һәм иркенерәк, эшҡыуарҙарға “тын алырға” мөмкинлек тыуҙы. Әлбиттә, беҙ әле лә идеаль түгел, ләкин республика власының юғары эшелонындағы коррупция хәҙер көнүҙәк тема булыуҙан туҡтаны.
Башҡортостан иҡтисадының дөйөм Рәсәй фонында тотҡан урыны тураһындағы һорауға яуап биреп, Рөстәм Хәмитов республикала был йәһәттән күрһәткестәрҙең дөйөм ил кимәле менән сағыштырғанда юғарыраҡ булыуын билдәләне. Нефть сығарыу, нефть химияһы, нефть эшкәртеү менән бергә беҙҙә машиналар эшләү, агросәнәғәт, тау сәнәғәте тармаҡтары ла көслө. Шуға күрә 2008 – 2009 йылдарҙа – көрсөктөң иң ауыр осоронда – етештереү күләме республикала биш-ете процентҡа ғына түбәнәйҙе. Был дөйөм Рәсәй кимәленән байтаҡҡа яҡшыраҡ. Табышлы предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урынды биләй: уларҙың 82 проценты юғары ҡаҙанышҡа өлгәшә. Ауыл да тотороҡло үҫә. Иҡтисадтың бындай күп тармаҡлы моделе бынан 50-60 йыл элегерәк барлыҡҡа килтерелгән, һәм был беҙгә үҙебеҙҙе ышаныслы тойоу мөмкинлеген бирә.
“Донъя йәмәғәтселегенең Башҡортостанға иғтибарын арттырыу мотлаҡ кәрәк, киләһе йыл уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары ла тап шул маҡсатта үткәрелә”, – тине республика етәксеһе, сираттағы һорауға яуап биреп. Уның әйтеүенсә, сараның асылы инвесторҙар йәлеп итеүгә генә түгел, ә үҙ етештереүселәребеҙгә яңы баҙар табыуға ла ҡайтып ҡала. Ә бының өсөн мәғлүмәтле булыу кәрәк. Саммиттарҙың эшлекле форумдарына төбәк етәкселәрен саҡырыу зарур, сөнки үҙ-ара бәйләнештәрҙе үҫтергәндә генә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бер-береһен табырға ярҙам итәсәкбеҙ. Юғиһә саммитта сәйәсмәндәр донъяуи әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итә, эре корпорациялар ҙур-ҙур килешеүҙәргә ҡул ҡуя, ә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ күҙ уңынан бөтөнләй төшөп ҡала. “Миңә ҡалһа, БРИКС-ҡа төбәк-ара бәйләнештәр рәүешендәге “иҡтисади елем” етешмәй. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа “броун хәрәкәте” хас, партнерҙар табыуы ҡыйын. ШОС һәм БРИКС саммиттарына шул яҡтан ҡарарға теләр инем”, – тине Рөстәм Хәмитов.