Тауыҡ һала ...алтын йомортҡа15.08.2014
Ғәҙәттә, йәйге миҙгелдә тауар һәм аҙыҡ-түлек хаҡтарының бер аҙға ғына булһа ла арзанайыуына өмөт итәбеҙ. Әммә хәҙер ҡулланыусылар баҙары ихтыяжға бәйле бик үк үҙгәреп бармай. Мәҫәлән, һис көтмәгәндә картуф “танауын сөйөп” ҡуя, кәбеҫтәнең дә шаҡ ҡатырыуы ихтимал, ә йомортҡа тураһында әйтеп тораһы ла түгел — тауыҡтар уның “алтынын” һала тиерһең.

Июлдәге инфляция коммуналь хеҙмәткә тарифтарҙың һиҙелерлек күтәрелеүенә бәйле, тиҙәр. Мәҫәлән, эҫе һыуға — 34,2, һалҡынына — 14,8, электр энергияһына — 14 , газға 4,2 процентҡа хаҡ артҡан.
Әлеге көндәге аҙыҡ-түлек хаҡтары менән ҡыҙыҡһынып, Өфөләге Үҙәк баҙарҙағы еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡа ҡайһы бер тауарҙарға күҙ һалдыҡ.
Йәшелсә-емеш
(бер килограмм хаҡы, һумдарҙа)
Ҡарбуз — 20
Ҡауын — 50-55
Һары сейә — 400
Слива — 80 – 150
Абрикос —80 – 150
Виноград — 80 – 150
Әфлисун — 65
Алма — 60 – 115
Татлы борос — 70
Ташҡабаҡ — 25 – 75
Баклажан — 75
Ҡыяр — 40 – 70
Помидор — 45 – 50; 70 – 120
Башлы һуған — 20 – 25
Кәбеҫтә — 30 – 35
Кишер — 30 – 35
Сөгөлдөр — 25 – 30
Картуф — 20 – 40
Ит
Һыйыр ите — 230 – 300
Һарыҡ ите — 250 – 300
Сусҡа ите — 230 – 350
Тауыҡ ите — 125 – 175
Өйрәк ите — 170
Ҡаҙ түшкәһе — 1400 – 1500
Балыҡ
Һөмбаш — 700
Минтай — 120
Бағыр — 350
Башҡа ризыҡтар
Аҡ май – 290 – 340
Һөт (1 литры) — 30 – 35
Ҡымыҙ (0,5 литры) — 75 – 78
Йомортҡа (10 данаһы) — 40 – 120
Бал (3 литры) — 1200 – 1300
0,7 банкалағыһы — 350 – 450
Икмәк (бойҙай ононан) — 23 – 29




Вернуться назад