Хаҡтарҙы ихтыяж күтәрә,15.08.2014
Хаҡтарҙы ихтыяж күтәрә,
ә чиновниктарҙың вайымһыҙлығы уға булышлыҡ итә
Ғинуар — июлдә Башҡортостанда инфляция 4,8 процент тәшкил иткән. Был Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестән 1 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Тормоштоң ҡиммәтләнеүен раҫлаған билдәләр араһында тәүге урынды аҙыҡ-түлеккә хаҡтар биләй: үҫеш – 8,3 процент.


Сәбәп ҡоролоҡта ғынамы?

Уның сәбәптәрен асыҡлау ниәтендә хаҡтарҙы күҙәтеү буйынса махсус эшсе комиссия шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер серҙәр әле үк билдәле. Мә­ҫәлән, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илдар Әмир­ханов раҫлауынса, проблема иң элек һөт етештереүгә сығымдарҙың артыуына бәйле. 2013 йыл менән сағыштырғанда, сеймал һатып алыу хаҡтары 35-40 процентҡа артҡан. Икенсе сәбәп: 2012 йылғы ҡоролоҡта мал аҙығын етерлек кимәлдә әҙерләй алмау һөт етеш­тереүҙең кәмеүенә килтергән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьә­ләләр, экология һәм тәбиғәттән фай­ҙаланыу буйынса комитеты рәйесе Рәсүл Ғосмановтың әйтеүенә ҡарағанда, ҡо­ролоҡ сәбәпле иген фуражы 53 про­центҡа ҡиммәтләнгән, һыйыр малы 100 мең башҡа аҙайған. Энергия сыға­наҡтарына түләүҙең күтәрелеүе, донъя баҙарында киптерелгән һөткә ҡытлыҡ тыуыу ҙа һөт аҙыҡтарына хаҡтарҙың артыуына булышлыҡ иткән.
Картуф менән йәшелсәгә хаҡтың 36 – 50 процентҡа күтәрелеүен Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Баш­ҡортостан буйынса идаралығы һауа торошона бәйле сығымдарҙың күбәйеүе менән аңлата. Автомобиль хужаларының яғыулыҡҡа түләү күтәрелеүгә ҡарата ризаһыҙлығының нигеҙлелеген тикшереп, “Известия” гәзите журналистары төп сәбәптең ихтыяж артыуға бәйлелеген асыҡлаған. Август-сентябрҙә автомобиль яғыулығының тағы ла 0,5 – 1,5 һумға ҡиммәтләнәсәге фаразлана. Хәлде Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт өйрәнә, хаҡтарҙың артыу сәбәбен асыҡлауҙы һорап, тейешле компания­ларға хаттар ебәрелгән дә инде. Шул уҡ ваҡытта белгестәр яғыулыҡ баҙарында алыпһатарлыҡ һәм яһалма ҡытлыҡ тыуҙырырға тырышыу күренештәрен күҙәтелеүен дә йәшермәй.
Монополист ихтыяры көслөрәк

Бер яҡтан ҡарағанда, баҙар иҡтисады өсөн хаҡтарҙың күтәрелеүе тәбиғи күренеш кеүек, сөнки шул уҡ автомобиль яғыулығына ихтыяж машина хужалары күбәйеү менән арта бара бит. Тотороҡһоҙлоҡҡа теге йәки был ерлектә хасил булған финанс-иҡтисади көрсөктәр ҙә йоғонто яһап тора. Әммә үҙенсәлекле менталитетлы Рәсәй ерлегендә проблеманы ошолай ябайлаштырырға ынтылыу хәҡиҡәтте боҙоуға тиң булыр ине. Шуныһы яҡшы билдәле: хаҡтарҙы баҙар шарттарында ла һаҡланып ҡалған монополистар – “Газпром” һәм башҡа компаниялар билдәләй, хатта ҡасан артасағын да алдан иҫкәртә. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙәрҙең июлдән күтәреләсәге яҙ башында уҡ билдәле ине. Был – бер. Икенсенән, баҙар капитализмы шарттарында сирек быуатҡа яҡын ғүмер иткән Рәсәйҙә етештереү мөнәсәбәттәренең һаман да көйләнеп бөтә алмауы сәбәпле, хаҡтарҙы билдәләү һәм тотороҡландырыу тәжрибәһе самалы. Өҫтәүенә үҙен һәр йәһәттән ышаныслы һәм кәрәкле кимәлдә тәьмин иткән бюрократияның уға ихтыяжы бөтөнләй юҡ. Ысынлап та, иҡтисади үҫеш сәйәсәте булмаған дәүләттә хаҡтарҙы тото­роҡландырыу сәйәсәтенең эшләнәсәге, унан да ғәйре ғәмәлгә ашасағы ышандырмай.
Өсөнсөнән, Рәсәй ерлегендә хаҡтар артыуға өнһөҙ ризаһыҙлыҡ тыуыуының үҙенсәлеге шунда: ил граждандарының 80 проценты самаһы осон-осҡа саҡ ялғап йәшәй. Рәсәй Конституцияһының 7-се статьяһына ярашлы, илдең граждандар өсөн лайыҡлы тормош шарттары булдырырға ынтылған социаль дәүләт икәнлеген иҫтә тотоп, эш хаҡтарын даими индексациялау, аҙ килемле пенсионер­ҙарға Европа илдәре өлгөһөндә төрлө сығанаҡтарҙан өҫтәп түләүҙе хәстәрләргә мөмкин булыр ине. Үкенескә ҡаршы, 2008 йылғы финанс-иҡтисади көрсөктән һуң төрлө кимәлдәге чиновниктарға эш хаҡын бер нисә мәртәбә күтәргән бюрократия бюджеттан хеҙмәт хаҡы алып эшлә­гәндәргә ҡарата ошондай уҡ алымды ҡулланыуҙан ситләшә.
Өмөт бар ҙа бит,
тик самалы

Рәсәй Үҙәк банкының тикшеренеү­ҙәренә ҡарағанда, йыл аҙағына инфля-цияның ете-һигеҙ процентҡа етеүе ихтимал. Бында, һис шикһеҙ, Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыу менән туранан-тура бәйле сәбәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, 17 – 23 июлдә генә илдән 172 миллион доллар капитал ситкә сығарылған, был хәлле эшҡы-уарҙар ил власына ышанмай тигәнде аңлата. Ошо көндәрҙә АҠШ хакимиәте илебеҙҙең дүрт ҙур компанияһына Ҡушма Штаттарҙан заём алыуҙы тыйҙы. Америка менән Европа союзы тағы ла ниндәй санкциялар әҙерләйҙер...
Хаҡтар өлкәһендә йәмәғәтселекте ыңғай үҙгәрештәр көтәме? Был һорауға яуап биреү өсөн Рәсәйҙең финанс омбудсмены Павел Федоровтың фекерен килтереү урынлы булыр. “Независимая газета”ға ул, өмөт бар, тик самалы, тип яуаплаған һәм таныштарының элек бер кредит өсөн түләһә, хәҙер ике-өс, хатта бишәүҙе алырға мәжбүр булыуы хаҡында әйтә.




Вернуться назад