Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов «Российская газета»ға биргән интервьюһында сит ил ризыҡтарына индерелгән санкцияларҙың төбәк үѕешенә йоғонтоһон билдәләне, иҡтисади йәһәттән республиканың киләсәктәге үѕеш юлдарын байҡаны, 2020 йылға саҡлы сит ил тауарҙарына бәйлелекте кәметеүгә баһа бирҙе.
“Ғәмәлдә беҙ һәр өлкәлә лә үҙаллы эшләй алыр инек, әммә ысынбарлыҡта нисегерәк килеп сығыр, әйтеүе ауыр. Мәѕәлән, элемтә саралары тармағын ғына алып ҡарайыҡ. Бөгөн уларҙың сит илдән индерелгән тауар өлөшө яҡынса 95 процент тәшкил итә. Өфө предприятиеларында был импортҡа бәйлелекте 50 процентҡа кәметеүҙе куҙ уңында тотҡан ысулдар бар, – ти республика башлығы. – Бөгөн тармаҡ тулыһынса сит ил компаниялары тарафынан монополиялаштырылған. Беҙгә үҙебеҙҙең баҙарҙа урын юҡ. Быға юл ҡуйырға ярамай.
Ошондай уҡ хәл химия тармағында ла күҙәтелә. Бөгөн, мәѕәлән, химия сәнәғәте өсөн донъя баҙарындағы запас сеймалдың 20 проценты Рәсәй иѕәбенә тура килә. Әммә етештереү ҡеүәте бер проценттан да артмай.
Беҙ сит илгә йөҙәр мең тонна пластик оҙатабыҙ ҙа медицина ҡорамалдары һәм көнкүреш техникаһы корпустары, автомобиль өсөн тышлыҡтар, ауыл хужалығы техникаһына запас частар һәм башҡа кәрәк-яраҡ алабыҙ. Ысынында иһә был импорттың яртыһын ҡыѕҡартыу мөмкинлеге бар”.
Рөстәм Зәки улы әңгәмә барышында Украинанан ҡасырға мәжбүр булған халыҡҡа күрһәтелгән ярҙам хаҡында ла әйтеп үткән, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек тә журналистарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаған.