Һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек26.01.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “ОБОРОНПРОМ” берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһының генераль директоры Андрей Реус менән осрашты.
Осрашыу барышында республика биләмәһендә эшләгән корпорация предприятиеларының, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән Күмертау авиация предприятиеһының үҫеш динамикаһы һәм киләсәге хаҡында һүҙ барҙы, уларҙың хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән машиналар эшләүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән өсөн Андрей Реус Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
Генераль директор әйтеүенсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәйҙең фронт авиацияһы өсөн двигателдәр етештереү буйынса төп предприятие булып тора. ПД-14 двигателе деталдәрен һәм быуындарын етештереү гражданлыҡ өлкәһенә ҡараған өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә инә.
Андрей Реус коллегалары менән бергә быйыл августа сафҡа индерелгән яңы ҡорамалдың — флуоресцентлы пенетрант контроле линияһының эше менән танышты. Канаданың “Пратт энд Уитни” компанияһы менән килешеү буйынса Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә граждан самолеттарының РW-300 двигателе өсөн етештерелгән продукция ошо технология буйынса тикшерелә. Үҙебеҙҙең МС-21 граждан самолеты өсөн ПД-14 двигателе деталдәре лә ошондай тикшереү үтәсәк.
Заводты ҡарап сыҡҡандан һуң Андрей Реус Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк советының ултырышында ҡатнашты.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад