Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!12.08.2014
Рәсәй Хөкүмәтенең беҙгә ҡарата санкциялар иғлан иткән Көнбайышҡа «яуабы» ҡәтғи булды. Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы, бынан ары Европа союзына ҡараған илдәрҙә, Австралия, Канада, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Норвегияла етештерелгән ит, балыҡ, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк Рәсәйгә индерелмәйәсәк. Әлегә бер йылға ҡабул ителгән сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итте?

Рәсүл ҒОСМАНОВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе:
– Республиканың аҙыҡ-түлек ризыҡтарын етештереү ҡеүәте көслө. Шуға был яңылыҡты ыңғай ҡабул иттем. Аграрийҙар халыҡты ит, һөт продукцияһы менән тулыһынса тәьмин итә аласаҡ. Эшҡыуарҙарға ла яңы мөмкинлектәр асыла. Әгәр сит ил иҡтисадсылары бөгөндән үк сауҙаларының зыянын иѕәпләһә, беҙҙә, киреһенсә, булдыҡлы фермерҙарҙы өҫтәмә табыш көтә. «Йоҡлап» ҡалмау ғына шарт. Унан бит беҙҙә төбәк-ара мөнәсәбәттәр киң үҫешкән: Башҡортостан элек-электән Силәбе, Ырымбур, Свердловск һәм башҡа өлкәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Республикала эшләп килгән инвестиция проекттары, «500 ферма» программаһы ла беҙҙең өсөн ҡулай.
Әҙһәм БАРЛЫБАЕВ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор:
– Йәшерен-батырыны юҡ: ошоғаса үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы ризыҡтарын һанламаған булдыҡ. Сит илдекен өҫтөнөрәк күрҙек, күршенекен тәмлерәк таптыҡ. Һатыуға сығарылған ит ризыҡтарын ғына алып ҡарайыҡ: уларҙың 60-70 проценты сит илдән килтерелгән. Ә беҙ кемдән кәм?! Ауыл ху­жа­лығы продукцияһын етештереү ҡеүәте буйынса Баш­ҡортос­тан бит үҙе бер нисә штатҡа тиң! Етәкселектең был ҡарары ауыл хужалығына «йәшел ут» ҡына, минеңсә. Иң мөһиме – мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әлбиттә, иҡтисади күҙлектән сығып баһалағанда, тәүге айҙарҙа хаҡтарҙың «тешләшеүе» ихтимал. Шулай ҙа, дөрөѕ сәйәсәт алып барғанда, был мәсьәләне лә ыңғай хәл итергә була.
Наил ӘМИНЕВ, Әлшәй районының «Заря» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры:
– Ни тиһәң дә, сит ил ризыҡтарын үҙебеҙҙеке менән сағыштырып булмай инде. Бынан бер нисә йыл элек эш сәфәре менән Голландия, Норвегия, Германия илдәрендә булырға тура килде. Уларҙың тәжрибәһен өйрәндек. Шунда ғәжәпләнеп ҡайтҡайным. Мәҫәлән, улар малдарҙы һуғымға бер нисә ай эсендә әҙерләй. Ә беҙҙә нисек? Башмаҡтар хәтфә болондарҙа, сәскәле туғайҙарҙа йылдар дауамында ит йыя. «Үҫеш» шуның менән генә тамамланһын ине лә бит. Юҡ шул. Иң аяныслыһы: теге «өрөп тултырылған» малдарҙан етештерелгән ит ризыҡтары беҙҙең магазин кәштәләренә килеп ята. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, беҙҙе баҙарға бөтөнләй индермәнеләр. Малдар Ҡаҙағстан, Мәскәү тарафтарына оҙатылды. Сит ил ризыҡтарына сикләү үҙебеҙҙең сифатлы продукцияны, ниһайәт, урында һатыу мөмкинлеген бирер, тип ышанам.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, хужабикә, Өфө ҡалаһы:
– Күптән кәрәк ине. Сит ил ризыҡтарының булғанына ҡарағанда булмағаны һәйбәт. Улар СанПин талаптарына әллә яуап бирә, әллә юҡ. Ҡасан, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа етештерелгәнен дә аныҡ белмәҫһең. Етмәһә, шул ризыҡтарҙы балалар ашап үҫә. Магазин кәштәләрендә сит ил тауары тулып ятҡас, урындағы йүнселдәрҙең мөмкинлеге лә сикле. Хәҙер улар ҙа дәртләнеп эшкә тотонор, яңы хеҙмәт урындары барлыҡҡа килер. Сифатлы, таҙа, тәмле ризыҡтан әле берәүҙең дә баш тартҡаны юҡ.
Айрат ҠАРАБАЕВ, фермер, Ишембай районы:
– Ошоғаса сит ил продукцияһы менән ярышырға тура килде, әлбиттә. Сейле-бешле ризыҡтарын килтереп тултыралар, халыҡ арзан хаҡҡа алдана. Шуға Рәсәй Хөкүмәтенең был ҡарарын ҙур өмөт менән ҡабул иттем. Сөнки мәсьәлә, аңлап тораһығыҙ, бер яҡлы ғына түгел. Аграрийҙар, йүнселдәр эшләр ул, әммә бында Хөкүмәттең дә ныҡлы ярҙамы кәрәк. Аренда өсөн түләүҙәргә, коммуналь хеҙмәттәргә ташламалар ҡаралмай тороп, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы «ауыҙлыҡлап» булмаясаҡ.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.


Вернуться назад