Ниһайәт, йәй етте, тип еңел һуланы миҙгелдең һуңғы айында эҫе, ҡояшлы мәлдәрҙе һағынып та өлгөрөүселәр. Шуны ғына көткәндәй, баҫыу өҫтәре комбайн, трактор тауышына күмелде, алтын таҫмалар һуҙылды, ҡара һыҙаттар барлыҡҡа килде. Ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу мәл етте.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ужым культуралары 223,3 мең гектарҙа сабылып (45 процент), 179 меңендә һуғып алынған. Республика буйынса уртаса гектар ҡеүәте 16,4 центнер тәшкил итә. Ә бына Стәрлетамаҡта “бизмән” — 24,1, Саҡмағошта — 25,5, Өфө районында 23,1 центнер тарта.
Эҫелек борсаҡ ҡуҙағының да ярылыр көндәрен яҡынайтты. Бөгөн 11 райондың баҫыуҙарында эш бара. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа был культураға иғтибар ҡайтанан арта башланы. Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Мәләүез, Күгәрсен игенселәре быйылғыһын йыйып алыуҙа һыр бирмәй. Әле барлығы 6 мең гектарҙан ашыу (планға ҡарата — 18 процент) майҙанда урылып, 2,7 меңендә һуғылған. Уңыш үткән йылға ҡарағанда юғарыраҡ: гектарынан – 15,5 центнер.