Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы яғыулыҡҡа хаҡ артыуы сәбәбен асыҡлай.
Ведомство етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, бындай сараның маҡсаты — яғыулыҡ баҙарындағы хәлде күҙаллау, хаҡтың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау, продукттың баҙарҙа тотҡан урынын һаҡлап ҡалыу.
– Бөгөн биржала билдәһеҙлек тыуҙы, хаҡ арта. Бындай кимәл йыл аҙағына ғына көтөлә ине, — тине ул.
Зөлфирә Хәбибулла ҡыҙы әйтеүенсә, ваҡ сауҙа селтәрендә хаҡ биржалағынан һуң ғына ҡиммәтләнә. Шул уҡ ваҡытта “Башнефть” йәмғиәтендә ул “Лукойл”, “Роснефть”, “ТНК ВР”, “Альянс” менән сағыштырғанда түбәнерәк. Биржала тауарҙың ҡыйбатланыуы баҙарҙағы ҡытлыҡ менән бәйле тиер инең, әлегә ул да юҡ.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә буйынса эш кәңәшмәләре уҙғарыла, мәғлүмәттәр туплана.