Хаҡ күтәрелмәҫкә тейеш12.08.2014
Өфөлә Рөстәм Хәмитов тауар баҙарында тигеҙлелекте тәьмин итеү, ауыл хужалығы продукцияһына, сеймалға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, ҡала һәм ра­йондарҙың хакимиәт башлыҡтары, агросәнәғәт комплексы компаниялары, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары етәк­селәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә бушап ҡалған һатыу баҙарҙарын үҙләштереү мөмкинлеге, сит ил продукцияһын алмаштырыу йәһәтенән республика сауҙа системаһы эш­мәкәрлеге, Башҡортостандың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары тикшерелде.


Вернуться назад