Ил иҡтисады, яйлап ҡына булһа ла, 2008 йылғы финанс көрсөгө эҙемтәләренән арына. Быны Премьер-министр Владимир Путин да билдәләй. Шулай ҙа Европаны ялмап алған торғонлоҡ беҙгә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Башҡаларға эйәреп, Fitch агентлығы ла Рәсәйҙең рейтингын бер баҫҡысҡа түбән төшөрҙө. Әммә, белгестәр фекеренсә, оҙайлы инвесторҙар бынан ҡурҡмаясаҡ.
Тағы ла төшөрҙөләр...Fitch агентлығы Рәсәйҙең рейтингын “позитив”тан “тотороҡло”ға тиклем кәметте. Әммә, Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Сергей Сторчак фекеренсә, консерватив инвесторҙарҙы был ҡурҡытмаясаҡ, уларҙың беҙгә иғтибары көндән-көн артасаҡ ҡына.
Агентлыҡ белдереүенсә, һайлау алдынан булған сәйәси билдәһеҙлек эре капиталдың илдән ситкә китеү хәүефен бермә-бер арттыра, һәм был эҙемтәһеҙ ҡалмай. Донъя буйынса иҡтисади торғонлоҡ башланған осраҡта, 2008 йылдан айырмалы рәүештә, Рәсәйҙең көрсөктө “ауыҙлыҡлау” өсөн финанс мөмкинлектәре сикле, тип фекерләй улар. Әммә, ил Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович фекеренсә, был – беҙҙәге һайлау алдынан барлыҡҡа килгән сәйәси хәүефтәрҙең һәм Европалағы ҡатмарлыҡтарҙың шауҡымы, шулай ҙа ҡабалан ҡабул ителгән ҡарар.
Әйткәндәй, быға тиклем Fitch беҙҙең илдең рейтингын “позитив” кимәлендә ҡалдырып килгән берҙән-бер ҙур агентлыҡ ине. Хәҙер иһә ул үҙ прогнозын Moody’s менән S&P-ның күҙаллауҙары менән тигеҙләргә ҡарар иткән.
Рәсәйҙең рейтингын төшөргәндән һуң, был агентлыҡтан беҙҙең дәүләт компанияларына – “Газпром”, “РусГидро” менән “Рәсәй тимер юлдары”на ла “эләкте”. Әйткәндәй, Fitch белдереүенсә, “Газпром”дың финанс хәле һаман да “позитив” тип аталыуға лайыҡлы. Әммә активтарының төп өлөшө Рәсәйҙә тупланғанлыҡтан, шулай уҡ нигеҙҙә компания дәүләт милке булып ҡалғанлыҡтан, уның рейтингы төшөрөлгән. Ә “РусГидро” менән “Рәсәй тимер юлдары”ның күп кенә яңы проекттары дәүләт тарафынан финансланғанлыҡтан, уларҙың рейтингы төшөрөлгән. Ни тиһәң дә, дөйөм илдең рейтингын кәметеп, ошо дәүләттең милкен тәшкил иткән компанияларҙыҡы үҙгәрешһеҙ ҡалһа, был сәйер күренеш булыр ине.
Арзан кредиттарҙың шауҡымы Рәсәйҙең Премьер-министры Владимир Путин фекеренсә, ил иҡтисады 2008 йылғы финанс көрсөгөнөң эҙемтәләренән өстән ике өлөшкә тергеҙелгән. “Һумдың курсы тотороҡлана, алтын һәм валюта һаҡламдары ла үҫешә башланы”, – тине ул “Россия 1” телеканалының “Көрсөк-2008” тапшырыуы барышында.
Шулай ҙа, Премьер-министр фекеренсә, үҫеште тиҙләтеү зарур. Әммә быны яңыртылған иҡтисад нигеҙендә башҡарырға кәрәк. Ул шулай уҡ көрсөк ваҡытында ил етәкселегенең ныҡ хаталаныуҙарға юл ҡуймауын да билдәләне. Милли валютаны девальвациялау һәм һумдың курсын түбәнәйтеү тураһындағы ҡарарҙарҙы Премьер-министр дөрөҫ аҙым тип иҫәпләй. Ул ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтендә быларҙы бер юлы йәиһә әкренләп башҡарыу тураһында фекер алышыуҙар булған, әммә ил етәкселеге бөтә хәүефте күҙҙә тотоп, икенсе юлды һайлаған. Тап ошо ил иҡтисадын тетрәнеүҙәрҙән ҡотҡарып ҡалған да инде.
“Сер түгел, быға бәйле бәхәстәр байтаҡ ҡына булды. Мәҫәлән, алтын һәм валюта һаҡламдарын һаҡлап ҡалыу күҙлегенән сығып эш иткәндә, быларҙы бер юлы башҡарғанда яҡшыраҡ кеүек күренде. Әммә, финанс ойошмалары менән сәнәғәт предприятиеларының ул саҡта бик ауыр хәлдә ҡалыу мөмкинлеге бар ине. Ә бының үҙ сиратында халыҡҡа кире йоғонтоһо буласағы һәр кемгә асыҡ ине”, – тип белдерҙе ул. Сәбәбе – көрсөк алдынан беҙҙең финанс ойошмалары һәм предприятиелар Көнбайыштан валютала күпләп арзан кредит алған. Һумдың курсын ҡапыл түбәнәйткәндә, бурыстар күләме бер нисә тапҡыр артып китер һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙы кире ҡайтара алмаҫ ине.
Владимир Путин көрсөктөң күп кенә предприятиелар өсөн яңыса эш башларға этәргес булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар яңы технологияларға күсә башланы, кадрҙар составын яңыртты һәм ҡулайлаштырҙы. Быға предприятие хужаларын тап көрсөк мәлендә Көнбайыштан кредит алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалыу этәргән дә инде.
Автобусҡа – электрон билет менәнБашҡортостандың пассажирҙар ташыусы төп ойошмаһы – “Башавтотранс” өр-яңы хеҙмәт күрһәтә башланы. Быйылдан юл йөрөүселәр ҡала-ара һәм ҡала яны автобустарына билеттарҙы банк картаһы аша түләп, Интернет аша һатып ала аласаҡ. Хәҙер пассажирҙарға осо-ҡырыйы күренмәгән сираттарҙа баҫып тороу мотлаҡ түгел, бары Интернет селтәрендә теркәлеү генә шарт. Һәр кем электрон билетты һатып алғанда ҡуҙғалыу урынын алдан һайлау мөмкинлегенә эйә, ә киләсәктә автобуста урынды ла һайлап ҡуя аласаҡ. Юлға сығыр алдынан кондукторҙарға ябай принтерҙа сығарылған юл йөрөү документын һәм шәхес тураһында таныҡлыҡты ғына күрһәтергә кәрәк.
Республиканың һәр автовокзалында был заманса хеҙмәт менән ҡулланғандарҙың исемдәрен һәм һанын белеп торасаҡтар. Быға тиклем билеттарға бронь һалыу хеҙмәте генә күрһәтелә ине. Хәҙер йорттарында юл йөрөү билеттарын һатып алып, пассажирҙар ваҡытын бушҡа әрәм итмәй.
“Башавтотранс” хәбәр итеүенсә, Интернет аша билет һатып алыу өсөн “www.bashauto.ru” сайтында “онлайн билет һатып алыу йә бронь һалыу” бүлегенә инеп, рейстың йүнәлешен һәм ваҡытын һайларға һәм хаҡын банк картаһы аша түләргә генә кәрәк. Шулай уҡ сайтҡа “http://bilet.bashauto.ru” адресы буйынса тура инеп тә был хеҙмәттән файҙаланып була.
Әйткәндәй, бындай хеҙмәт авиапассажирҙар һәм тимер юлы буйлап йөрөүселәр өсөн быға тиклем дә эшләй ине. Әммә тимер юлы пассажирҙары күп уңайлыҡтарҙан мәхрүм: улар Интернет аша һатып алған билетын поезд ҡуҙғалғанға тиклем бер сәғәт алдан, тәүҙә сиратта тороп, һуңынан кассирға теркәү һанын әйтеп, кассала раҫлатырға тейеш. Ә бына “Башавтотранс” автобустарында йөрөүселәр бындай уңайһыҙлыҡ кисермәйәсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН