Красный Ключ ҡасабаһында яңы мәктәпкә нигеҙ 2012 йылда һалынғайны. 1 сентябрҙә ул сафҡа инәсәк. Әле һуңғы әҙерлек эштәре бара. Беҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Гүзәл Фәтхетдинова яҡшы кәйефтә ҡаршы алды.
– Ҡасабала өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Ошоға тиклем уҙған быуаттың 50-се йылдарында һалынған, авария хәлендәге иҫке мәктәп, балалар баҡсаһы эшләп килде. Республика бюджетынан 350 миллион һум аҡса бүленгәс, “СУ-10” төҙөлөш ойошмаһы (генераль директоры — Валерий Мансуров) 2012 йылда мәктәп төҙөүгә тотонғайны. Бина 260 урынға иҫәпләнгән, шунда уҡ бассейн менән 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы эшләйәсәк. Проект заманса: ашхана, спорт, тамаша залдары матур, мөһабәт. Тиҙҙән сафҡа инәсәк мәктәптең етәксеһе лә билдәләнгән: конкурста Өфө ҡалаһынан Николай Никонов еңеп сыҡты, ул ғаиләһе менән бында күсеп киләсәк, — тине ул, шатлығы менән уртаҡлашып.
Матур тәбиғәтле, мул һыулы Ҡариҙел йылғаһы буйын төйәк иткән Красный Ключ ҡасабаһының киләсәге яҡты. Яңы мәктәп йәмғиәт тормошона яңы һулыш өҫтәйәсәк. Йәштәр ауылға ҡайта, йорттар һала...