Умартасыға – дәүләт ярҙамы23.11.2011
Үҙ эшеңде ойоштороуҙы нимәнән башларға һәм буласаҡ пенсия күләмен нисек арттырырға? Йыйған аҡсаны ҡайҙа һаҡлау хәүефһеҙ һәм Интернет-магазиндан әйбер һатып алыуҙың ҡурҡынысы юҡмы? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуапты хәҙер бер урындан табырға була. Йәштәр финанс үҙәгенең Интернеттағы сайты (адресы: www.mfc-ufa.ru) һәр кемгә ярҙамға киләсәк.

Иҡтисад белеме биреүсе сайт

Ул илдә йәштәр өсөн булдырылған тәүге финанс үҙәге булып танылды һәм сентябрҙән эш башланы. Үҙенең уҡытыу программаһы бар, Интернеттағы сайт ошо йәһәттән эште дауам итә.
– Виртуаль киңлек иң тәүҙә бөтә мәғлүмәтте бер урындан табыу мөмкинлеге менән отошло. Бында финанс өлкәһендәге яңылыҡтар, төрлө конкурстар һәм олимпиадалар, башҡа ошондай сайттарға тоҫҡамалар табырға була, – ти үҙәктең етәксеһе Айрат Бакаев.
Порталдың көндәлек файҙалы мәғлүмәткә бай булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алыу зарур. Бында үҙеңә ярашлы страховкалау компанияһын һайларға ярҙам итәсәктәр, йәиһә пластик карталар менән дөрөҫ файҙаланырға өйрәтәсәктәр. Күңел асыу блогы ла бар: мәҫәлән, өйрәтеүсе уйындар – йәштәр өсөн фонд биржаһы, хатта тематик йәнһүрәттәр табырға була.
Бөтә мәғлүмәт бүлектәр буйынса бирелгән, шуға ла үҙеңә кәрәклеһен табыу ауыр булмаясаҡ. Уҡыусылар үҙәк менән бәйләнешкә инә алһын өсөн телефон да, электрон почта ла эшләй. Шулай уҡ финанс үҙәге тураһындағы мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә лә табырға мөмкин.
Яңы ғына эш башлағанға күрәлер, әлегә сайт мәғлүмәт менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Ойоштороусылары ышандырыуынса, ул көндән-көн камиллашасаҡ ҡына.

Баллы ла, ҡымыҙлы ла...

Башҡортостанда умартасылыҡты һәм йылҡысылыҡты үҫтереүгә нигеҙ һалынды. Хәҙер ошо йүнәлештә эшләүсе эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамына өмөт итә ала, был тармаҡтың үҫешенә өҫтәмә этәргес буласаҡ тип көтөлә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән 2013 йылға тиклем "Умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу", "Һауын йылҡысылығын үҫтереү һәм ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу" программалары буйынса республика ҡаҙнаһынан субсидия бүлеү тәртибе раҫланған.
Программалар Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан хупланған һәм уларҙы бойомға ашырыу өсөн ике яҡлы финанслау шарттарында федераль бюджеттан аҡса бүленгән.
2011 йылда умартасылар бал ҡорттарын ҡарауға (мәҫәлән, бал ҡыуғыс, кәрәҙ, балауыҙ, рамдар, шәкәр, дарыуҙар, махсус кейем һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға) киткән сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыуға өмөт итә ала. Һауын йылҡысылығы менән шөғөлләнгән фермерҙарға ла шундай уҡ ярҙам күрһәтелә. Бейә ҡарауға, ҡымыҙ етештереүгә, ем, дарыуҙар, уларҙы һаҡлау сараларын һатып алыуға һәм электр энергияһына киткән сығымдарҙың бер өлөшө уларға дәүләт тарафынан кире ҡайтарыласаҡ.
Йылдан-йыл былай ҙа ауыл хужалығында үҙ көсөн һынап ҡараусылар арта. Әгәр ҙә балға һәр саҡ ихтыяж булһа һәм бөгөн республика баҙарында уның хаҡы 1500 һумдан 2000-гә тиклем тирбәлһә, ҡымыҙ етештереү күпкә сығымлыраҡ. Шуға ла был тармаҡҡа йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ, фермерҙарға тос ярҙам булыр, моғайын.

Ҡала ситендә йорт алғың килһә...

Кем генә бөгөн ҡала ситендәге йорт тураһында хыялланмай? Әйткәндәй, һуңғы арала Өфө янында урынлашҡан өйөн һатырға теләүселәр артҡандан-арта. Хужаларҙың күбеһе ҡыш миҙгеле алдынан уларҙы аҡсаға әйләндереп ҡалырға ашыға, юғиһә, һуңынан һатып алыусылар бермә-бер кәмейәсәк.
Эйе, күсемһеҙ милеккә ихтыяждың артыу-артмауы ла, нисек кенә сәйер булмаһын, миҙгелгә бәйле. Йәй торлаҡ эҙләүселәр күберәк булһа, ҡыш, әлбиттә, аҙая. Быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, йорт һатырға теләүселәр һаны күберәк. Бигерәк тә Нуғай һәм Зубов биҫтәләренән торлаҡ тәҡдим итеүселәр күп. Уларҙың күбеһе, нигеҙҙә, милегендә биләмәһе булған коттедж йә таунхаус.
Торлаҡтың ҡайҙа урынлашыуы (йылға-күл буйында, урман янында), ҡасабаға йыл әйләнәһенә юл булыуы, газдың һәм һыуҙың үтеү-үтмәүе лә хаҡтарға ныҡ йоғонто яһай. Шулай уҡ уға яҡын-тирәлә башҡа йорттарҙың, баҡсаларҙың күплеге лә тәьҫир итә.
Ҡала ситендә өй һатып алырға теләүселәрҙе Шишмә ҡасабаһы, Булгаков, Нуғай, Дим һәм Затон биҫтәләре тарафтарындағы тәҡдимдәр ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ Иглин йүнәлешендә йәшәргә теләүселәр байтаҡ ҡына. Күптәр майҙаны 200 квадрат метрҙан ашмаған торлаҡ һатып алырға теләй, ә унан ҙурыраҡтарына ихтыяж бәләкәй. Нигеҙҙә, халыҡты үтә ҡиммәт булмаған, йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн дә, йәйен ял итеүгә лә яраҡлы йорттар ҡыҙыҡһындыра.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад