Рөстәм Хәмитов: “Икенсе иҡтисади өлгөгә күсәбеҙ”02.08.2014
“Маяк” радиоһының тура эфирында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов Рәсәй иҡтисадындағы әлеге хәлде ҡайтанан үҙләштереү һәм үҫештең яңы юлдарын эҙләү осоро тип билдәләне. Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан итеүе тураһындағы һорауға республика етәксеһе, бизнес үҙ көсөнә таянып эш итеү зарурлығын аңланы, тип яуапланы.

– Беҙ, күренеүенсә, икенсе иҡтисади өлгөгә күсәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы 20 йылда тауарҙар, хеҙмәттәр импорты өлкәһендә сит илдәр менән бәйләнештәр етди нығынғайны. Хәҙер күберәк үҙебеҙҙең көскә таянырға тура килә. Был, әлбиттә, ҡатмарлы үҙгәрештәр осоро, иҡтисади үҫештең бер моделенән икенсеһенә күсеү дәүере буласаҡ. Предприятиеларыбыҙ ысын мәғәнәһендә яҡшы эшләргә, кәрәкле һәм мөһим продукция сығарырға өйрәнһен өсөн ваҡыт талап ителәсәк. Шулай ҙа күп кенә тармаҡтарҙа импортты алмаштырыу йәһәтенән яҡшы миҫалдар ҙа юҡ түгел.
Төбәк башлығы ҙур нефть химияһы, химия пред­приятиеһының генераль директорҙары менән аралашыуы хаҡында һөйләне. Улар борсолоу өсөн сәбәп күрмәй, сөнки был предприятиеларға кәрәкле ҡорамалдарҙың бөтәһе лә тиерлек республикала һәм илебеҙҙә етештерелә.
Республика етәксеһенең фекеренсә, иң мөһиме – психологик яҡтан яраҡлашыу.
– Мәҫәлән, медицина ҡорамалдарын, дарыуҙарҙы сит илдәрҙән һатып ала инек. Күптәр мәңге шулай дауам итер тип уйлағандыр, – тине ул. – Әммә хәл яңыра. Ул үҙебеҙҙе эстән үҙгәртеүҙе, фекерләү һәләтен, аҡыл ҡеүәһен үҫтереүҙе талап итә. Ватансылыҡ элементы кәрәк. Беҙҙә һуңғы йылдарҙа, шулай уҡ совет осоронда ла сит илдә етештерелгән тауар сифатлы, яҡшы, ә үҙебеҙҙеке икенсел, тигән фекер йәшәне. Был дөрөҫ түгел. Беҙ күпте беләбеҙ, аҡыллы, белемле кешеләребеҙ бихисап. Тик үҙебеҙгә, көсөбөҙгә ышанысты арттырыу шарт. Сит ил автомобиленә йәки техникаһына ғәжәпләнерлек түгел бит. Уларҙы беҙ ҙә эшләй алабыҙ. Донъяла авиация двигателдәре кеүек иң ҡатмарлы техника, ҙур предприятиелар өсөн ҡорамалдар етештергән ил барыһын да атҡара ала, тик бер аҙ тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов илебеҙ өсөн ошондай ябай булмаған осорҙо ҙур яуаплылыҡ менән үткәрергә саҡырҙы.
– Ҡыйынлыҡтар мотлаҡ буласаҡ. Сәнәғәт етештереүен үҙгәртеп ҡороу һис һүҙһеҙ көс-ҡеүәт, ваҡыт, тырышлыҡ талап итәсәк. Әммә был кәртәләрҙе үтә алабыҙ, барыһы ла үҙебеҙгә бәйле. Ошо бурысты тормошҡа ашырһаҡ, алға барасаҡбыҙ, үтәмәһәк, мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа юлын эҙләп табасаҡбыҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы төбәк башлығы.




Вернуться назад