Йүгән кем ҡулында, ат шуға буйһона30.07.2014
Ошо көндәрҙә Голландияның Гаага ҡалаһында урынлашҡан третей суды бик мөһим ҡарар сығарҙы. ЮКОС нефть компанияһының бер төркөм акционерҙары файҙаһына Рәсәй 50 миллиард долларҙан ашыу компенсация түләргә тейеш. Был акционерҙар араһында Рәсәй судынан ҡасып йөрөгән Леонид Невзлин, Владимир Дубов бар. Михаил Ходорковскийҙың ҡыҫылышы юҡ тиһәләр ҙә, уны “ЮКОС эше өсөн Рәсәйҙең аҡса түләүе ныҡ борсой икән”, уның фекеренсә, был компенсацияны дәүләт ҡулы менән ЮКОС-ты тартып алған Путиндың олигархтары түләргә тейеш. Суд Рәсәй дәүләте ЮКОС компанияһына ҡарата “экспроприация үткәргән” тип иҫәпләй. Был, суд ҡарашынса, үҙ сиратында Рәсәй ҡул ҡуйған Энергетик хартияны боҙоуға тиң икән.


Дәғүәселәрҙең талабы башта 114 миллиард доллар тәшкил итһә, суд уны ике тапҡырҙан ашыуға кәметте. Әммә был “йомшаҡлыҡ” судтың ҡарарын аҡлап етмәй. Берен­сенән, Энергетик хартия Рәсәй тарафынан ратифика­ция­ланмаған. Унда ҡаралған һалым буйынса дәғүәләр энергетик компаниялар урынлашҡан дәүләт судтарында, тимәк, Рәсәйҙә, ҡаралырға тейеш. Икенсенән, компенсация суммаһын билдәләгәндә суд һалым буйынса белгестәр экспертизаһына иғтибар итеп тә торманы. Был ҡарарҙы ғәҙел тип ҡабул итеүе еңел түгел. Беҙгә өлгө булып иҫәпләнгән Көнбайыш демократияһы, суды хәҙер эталон булып тора алмаясаҡ. Украинала барған ҡыялҡы арҡаһында үҙен бойондороҡһоҙ тип иҫәпләгән суд сәйәси баҫымдан, беренсе сиратта, АҠШ-тың диктатынан азат түгел икәне, бел­гестәр өсөн генә түгел, ябай кеше өсөн дә көн кеүек асыҡ.
Рәсәйҙең 10 көн эсендә судтың был ҡарарына ялыу бирергә хоҡуғы бар. Әгәр ҡарар үҙгәрмәһә, Рәсәй 2015 йылдың 15 ғинуарына тиклем ошо сумманы ҡайтарып бирергә тейеш. Кире осраҡта уға проценттар иҫәпләй башлаясаҡтар. Ул ғына ла түгел, бөтә донъя буйынса беҙҙең милеккә арест һалыу көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм: уҙған быуаттың 90-сы йылдарында бөтә донъя буйынса Швейцарияның “Нога” тигән фирмаһының Люксембург, Стокгольм, Париж судтары сығарған ҡарарҙары буйынса 23 – 60 миллион долларын кире ҡайтарыу өсөн көрәше барғайны. Был фирма Рәсәйҙең “Седов“ тигән паруснигына, Ле Бурже авиасалонындағы төрлө самолеттарына арест һалырға маташып теңкәгә тейҙе. ЮКОС буйынса түләү күләмен “Нога”ның дәғүәһе менән сағыштырып булмай. Әгәр судтың ҡарары көсөнә инһә, был яңылыҡ Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санкция­ларҙан насарыраҡ сара буласаҡ. Дәғүәселәр бөтә донъя буйынса Рәсәй милкенә арест һалырға тырышасаҡ. Бының һөҙөмтәһе беҙгә ҡаршы ҡулланылған төрлө санкцияларҙан хәтәрерәк булыр. Санкциялар Рәсәйгә ҡаршы төбәлгән булһа ла, йыш ҡына Көнбайыш компанияларына ла зыян килтерә. Ә һуңғы осраҡта бының беҙҙең дәүләтте тулы изоляцияға килтереүе бар.
Тағы ла бер мөһим нәмәне әйтеп үтмәй булмай. Заманында Рәсәйҙең Конституцияһын “ашығыс” референдум аша ҡабул иткәндә, унда бер ҡыҙыҡ пункт индерелде. Беҙҙең Төп Законда халыҡ-ара килешеү­ҙәрҙең Рәсәй закондарынан өҫтөнлөгө ҡаралған (15-се статья, 4-се өлөшө). Рәсәйҙең суверенитеты ныҡ сикләнгән булып сыға. Юҡҡа ғына һуңғы ваҡытта Владимир Путин ошо мәсьәләне күтәреп сыҡмай. Теге йәки был дәүләттең төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙа тороуы, килешеүҙәр төҙөүе уның бойондороҡһоҙлоғон ныҡ сикләгәнен аңлай башланылар шикелле.



Вернуться назад