Кисә Нефтекамала Рөстәм Хәмитов республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты. Сарала Башҡортостанда кооперация, субконтрактинг һәм аутсорсинг нигеҙендә бәләкәй һәм урта йүнселлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
— Эшҡыуарлыҡ берләшмәһен ихтирам итәм. Йүнселдәрҙең республика үҫеше өсөн күп көс һалыуын аңлайым. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарлыҡтың үҫеше ауыр бара, — тине Рөстәм Зәки улы һәм әле лә административ кәртәләрҙең күп булыуын билдәләне.
Төбәк етәксеһе, урта һәм бәләкәй йүнселлектең эш һөҙөмтәһе әлегә түбән, республикалағы сәнәғәт етештереүе күләменең ни бары 3,5 – 3,6 процентын тәшкил итә, тип белдерҙе.
Кәңәшмә хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ.