Ауырлыҡтан берҙәмлек ҡотҡарыр25.01.2012
Донъялар имен түгел: иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһендәге юғалтыуҙар арта, ҡайҙалыр власть өсөн көрәш йылға яҡын инде дауам итә, башҡа дәүләттәрҙең эске сәйәсәтенә ҡыҫылыу бәғзе илдәр өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде… Барыһынан да ҡотолоу юлы берҙер: уртаҡ фекергә килеү, заман һынауҙарына ҡаршы күмәкләп көрәшеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек бындай аҙымға әлегә әҙер түгел кеүек.

Күмәкләгән —көрсөктө еңгән

Италия халҡы премьер-министр Марио Монтиҙың иҡтисади көрсөктән сығыу юлын тәҡдим итеүен көтә. Нисек кенә булмаһын, уларға билбауын һығып бәйләргә тура килер, моғайын: уҙған тиҫтә йылдар дауамында илдең йомарт хөкүмәттәре тарафынан тупланған күп миллиардлыҡ эске бурысты хәҙер һәр итальяндың иңенә тигеҙ итеп бүлеп һалмаҡсылар. Күҙаллауға ярашлы, үҙгәртеп ҡороуҙар бындағы һәр ғаиләнең ҡаҙнаһын 600 евроға кәметәсәк.
Думала һуғыш сыҡҡан, тигән хәбәр менән беҙҙе хайран итеп булмай. Әммә был юлы Сүриәнең Дума ҡалаһы тураһында һүҙ бара. Хөкүмәткә ҡаршы ойошторолған ҡораллы төркөм уны баҫып алып, бер ни тиклем үҙ ҡулында тотто. Баш ҡаланан 14 саҡрым ғына алыҫлыҡтағы һуғыш илдә ун ай самаһы дауам иткән сыуалыштарҙың ҙур инҡилапһыҙ туҡтамаясағына ишаралай.
Аҙна аҙағында Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Сүриә президенты Бәшәр Асадты илдәге власты башҡа берәйһенә мөмкин тиклем тиҙерәк тапшырырға өндәне. Халыҡ-ара берекмәнең талабынса, ике ай эсендә милли берҙәмлек хөкүмәте барлыҡҡа килергә, тағы ла өс айҙан Сүриәнең президенты менән парламентын ваҡытынан алда һайлау ойошторолорға тейеш. Көн һайын тиҫтәләрсә кешенең үлеүенә сәбәпсе булған сәйәси көрсөктән сығыу планын урындағы оппозиция шунда уҡ хупланы, әммә власть Дамасктағы дәүләт телевидениеһы аша әлеге юлдан баш тартыуын белдерҙе.
Рәсәй Ирандағы һәм Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыуҙа бүтән дәүләт армияларының ҡатнашыуына риза түгел, тип хәбәр итте сит ил эштәре министры Сергей Лавров. Уның фекеренсә, Рәсәйҙең Сүриәгә ғәскәр индереүгә ҡаршы тора алыуы икеле, әммә интервенттарҙың был аҙымы халыҡ-ара кимәлдә хоҡуҡ боҙоу тип баһаланасаҡ, сөнки БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы тарафынан хуплау юҡ. Иранға килгәндә, министр был дәүләткә ҡаршы хәрби операцияның эҙемтәләре бик ҡурҡыныс буласағын билдәләй. «Бер яҡлы ҡарарҙар хәлде ҡатмарлаштыра һәм киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса уртаҡ тырышлыҡты ҡаҡшата», – ти ул.

Таштарҙы кем ата, кемгә тейә?

Беҙҙең илдең дә эске сәйәсәтенә тығылыусылар бар. Асыҡтан-асыҡ теш ҡайраусыларҙы былай ҙа беләбеҙ, ә бына шпиондарҙың эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр бығаса имеш-мимеш тип кенә ҡабул ителә ине. Үткән аҙнала, ниһайәт, шигебеҙ раҫланды: Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Тони Блэрҙың «уң ҡулы» булған билдәле инглиз дипломаты Джонатан Пауэлл «Би-Би-Си» каналына биргән интервьюһында илдең махсус хеҙмәттәре Рәсәйҙең дәүләт серҙәрен өйрәнеү маҡсатында «шпион ташы»н файҙаланыуы тураһында белдерҙе. Бындай ҡорамал тирәләй бәхәс беҙҙә 2006 йылда булып алғайны, тик ул саҡта халыҡтың күпселеге сит ил агенттарының ҡаҙанышын Джеймс Бонд хаҡындағы кино кеүек уйҙырма тип кенә баһаланы.
Джонатан Пауэлдың: «Беҙҙе тоттолар. «Шпион ташы» бик ауыр хәлгә ҡуйҙы. Моғайын, Рәсәйҙең махсус хеҙмәттәре уның тураһында элек тә белгәндер, әммә шау-шыу тыуҙырыу өсөн сәйәси йәһәттән уңайлыраҡ ваҡыт көткәндер», – тигән һүҙҙәре «Би-Би-Си»ҙың «Путин, Рәсәй һәм Көнсығыш» тигән документаль фильмында яңғырай. Шуныһы аптырата: беҙгә ҡарай атҡан «шпион ташы»ның үҙ баҡсаһына төшөүенән инглиздәргә берәй файҙа бармы икән?

Лайыҡлыны халыҡ үҙе белә

Ил Президенты булыу теләге кандидаттарҙың ижади һәләтен асыуын дауам итә. Улар халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн бер кемдекенә лә оҡшамаған лозунгтар күтәрә, ялҡынлы телмәр тотоп, вәғәҙәләр яуҙыра, башҡа юлдарын да таба. Жириновский, мәҫәлән, троллейбуста йөрөнө һәм кешеләрҙән сәйәси белем буйынса имтихан алды. Миронов үҙенең штаб ултырышын геология музейы янында ойошторған: йәнәһе, «аҫылташтар йыйырға ваҡыт». Зюганов, ил башлығы итеп һайланған хәлдә, министрҙар тәғәйенләр алдынан дәғүәселәр өсөн Дәүләт Думаһында һынау ойошторорға вәғәҙәләй. Прохоров Ҡазанда мәрхәмәтлек йөҙөнән үткәрелгән баскетбол матчында «Ун аҙым» программаһы менән таныштырҙы.
Социологтар тәүге күҙаллауҙы йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим иткәс, халыҡтың 52 проценттан ашыуының Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Владимир Путин өсөн тауыш бирергә теләгәне билдәле булды. Геннадий Зюганов – 11, Владимир Жириновский 9 процентҡа иҫәп тота ала. Рейтингта уларҙан һуң Сергей Миронов, Михаил Прохоров, Григорий Явлинский һәм Дмитрий Мезенцев тора.

Фекерҙәштәр командаһы булһа — эш барыр

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн халыҡтың төп иғтибарын йәмғиәттәге татыулыҡҡа, теләктәшлеккә йүнәлтергә тырыша. «Минеңсә, ҡала хакимиәте башлығы булып йәмәғәтселек, шул иҫәптән депутаттар һәм төрлө кимәлдәге етәкселәр менән мөнәсәбәтте дөрөҫ ҡора белгән, тәжрибәле кеше эшләргә тейеш, – тине республика етәксеһе, Өфөнөң яңы башлығы һайланған ултырышта сығыш яһап. – Ҡала Советы эшлекле депутаттарҙан тупланған, алдағы һайлауҙан һуң уларға алмашҡа килеүселәр һис тә ҡайтыш булмаһын ине. Әлеге составтың ҙур өлөшө һаҡланһын тигән теләгем дә бар. Ул саҡта арабыҙҙа бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлау булыр, бергәләп күп мәсьәләне хәл итербеҙ. Беҙгә команда кәрәк. Ошондай берҙәмлек менән генә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алабыҙ. Республикала ла, илдә лә бер үк хәл. Шуға ла беҙ һайлауға фекерҙәштәр туплау маҡсатында барырға тейешбеҙ».
Рөстәм Зәки улы эске сәйәсәткә ситтән ҡул һуҙыу күренештәренә лә күҙ йоммай. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышындағы телмәрендә ул полицияны илдәге ваҡиғаларҙы махсус ҡуйыртыусыларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы әүҙем көрәшергә саҡырҙы. «Үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, һүнеп барған ҡуҙға өрөүселәр, йәғни Рәсәйҙәге ижтимағи-сәйәси хәлде ҡатмарлаштырырға тырышыусылар бар. Уяу булырға, ундайҙарҙы власть һәм матди ресурстар ғына ҡыҙыҡһындырыуын аңларға кәрәк», – тине Президент.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад