"Уттай ҡыҙыу ваҡытта кем өйөндә ултырһын, ти!" Ошондай уйҙар менән Урта Ҡарамалы ауылына етәрәк, фермерҙың йортона түгел, ә баҫыу юлына боролғайныҡ, ләкин хужаның ихатаһында кемделер күргәс, туҡтап ҡалдыҡ. Бәй, Ольга Иванова үҙе лә баһа, көтөбөрәк йөрөгән икән.
Кисә башҡарылған эштәре тураһында һораштыҡ. Баҡтиһәң, Ольга Владимировна баҫыуға бөгөн бер нисә тапҡыр барып әйләнгән. "Нива"һына ултыртып, беҙҙе лә үҙенең биләмәһенә алып китте. Ҡояштың йылы нурҙары, еңелсә генә иҫеп ҡуйған ел, хатта ағас япраҡтарының шыбыр-шыбыр килеп серләшеүе – барыһы ла күңелгә ятышлы. Уйһыулыҡ буйлап елдерәбеҙ, кескәй генә йылғаны кисеп сығыуға болонлоҡ башланды.
– Егеттәр Ябалаҡйырын эргәһендәге баҫыуҙа, – тине "Иванова" крәҫтиән (фермер) хужалығының башҡарма директоры Ольга Иванова. – Ошо урында эште бөтөрһәк, шишмә аръяғындағыһына күсәсәкбеҙ.
Әңгәмәсем һүҙгә әүәҫ булғас, сөгөлдөрсөләр янына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Улар төшкө ашҡа туҡталған да, яңынан көс туплап, "ҡорос ат"тарын ҡараштырып, баҫыуға төшөргә йыйына ине. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Радик Шаймәрҙәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл тормошо уға күпкә яҡыныраҡ. Тарҡазынан йөрөп эшләй. Механизатор Игорь Иванов иһә Спартактан, ул – был хужалыҡта төп "йөк аты".
Ольга Владимировна, оҙаҡ ҡына Өфөлә ғүмер кисереп, бер нисә йыл элек иренең тыуған яғына ҡайтып төпләнгән. Үкенескә ҡаршы, былтыр тормош иптәше мәрхүм булған, хәҙер бөтә йөктө тол ҡатын яңғыҙы тарта.
– Һеҙ ҡалала тыуып үҫкәнһегеҙ, ауыл мөхитенә тиҙ өйрәндегеҙме? – тим.
– Әлбиттә, тәүге осорҙа ҡаланы һағынып бер булдым, ә иң ауыры яҡын кешемде юғалтыу ине, – ти Ольга Владимировна. – Минеңсә, яратҡан шөғөлдөң булыуы әҙәм балаһын насар уйҙарҙан арындыра. Ҡыҫҡаһы, ҡул ҡаушырып ултырыу булмышыма бер нисек тә тап килмәй. Улым – Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты. Йәшерен-батырын түгел, Семенға хужалыҡты ышанып тапшырасаҡмын.