Заманса юлдарға юл асыла15.07.2014
2020 йылға Рәсәй биләмәһенә “Европа — Көнбайыш Ҡытай” проектына ярашлы транспорт инфраструктураһын булдырыу, шулай уҡ транспорт системаһын үҫтереү буйынса дәүләт программаһында, айырым маҡсатлы федераль программаларҙа, ил һәм төбәк юл фондтарында ҡаралған финанс ресурстарын туплау бурысы тора. Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов Ырымбурҙа ил Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәргән кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте.

“Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт маршрутын асыу, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлеккә ярашлы, Өфөлә транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм төҙөкләндереү, шулай уҡ төбәктәрҙәге аныҡ транспорт проекттарына ҡағылған мәсьәләләр сараның төп темаһы булды.
—Европаны, Ҡаҙағстанды һәм Ҡытайҙы берләштергән “Европа — Көнбайыш Ҡытай” транспорт маршрутын төҙөү проекты Волга буйы федераль округы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Михаил Бабич, кәңәшмәне асып. — Был документ округтағы транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, кәңәшмәлә сығыш яһап, илдең транзит ҡеүәтен асыу йәһәтенән проекттың мөһимлеген билдәләне. Фекер алышыу барышында ошо эште финанслауҙың төрлө алымдары тәҡдим ителде. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ, федераль ҡаҙна, шулай уҡ коммерция аҡсаһын йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.




Вернуться назад