Эш хаҡы арта09.07.2014
Эш хаҡы арта Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын арттырыуға ҡаҙнанан 1 миллиард 298 миллион һум аҡса бүленде.

Быйыл дөйөм белем биреү учреждениеларындағы уҡытыу­сыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы кимәле кәмендә – 3, балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәрҙеке 4 процентҡа үҫәсәк. Өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре эш хаҡын кәмендә 11 процентҡа, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр — 17 процентҡа, ғилми хеҙмәткәрҙәр 25 процентҡа күберәк аласаҡ. Был яңылыҡ шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау ойошмаларындағы кесе персоналға, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм етем балаларға хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыларға ҡағыла.


Вернуться назад