Сауҙа, мәҙәниәт, энергетика...09.07.2014
Сауҙа, мәҙәниәт, энергетика...
Хәбәр итеүебеҙсә, Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Мексика Ҡушма Штат­тарының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Рубен Алберто Бельтран Герреро менән осрашты.


Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу иле менән мөнәсәбәтте яйға һалған. Былтыр тауар әйләнеше 15 миллиард долларҙан артып киткән, шуның 90 процентын беҙҙең экспорт тәшкил итә.
—Мексика менән сауҙа мөнәсәбәттәре тейешенсә үҫеш­мәгән. Тауар әйләнеше лә ҙур түгел. Былтыр республикабыҙҙан Мексикаға ашлама оҙатылды, әммә был бер осраҡ ҡына, — тине республика етәксеһе.
Уның билдәләүенсә, хәлде үҙгәртергә була, өҫтәүенә үҫеш мөмкинлектәре бар. Мәҫәлән, Өфөләге Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы Мексика партнерҙары ҡатнашлығында ҙур химия предприятиеһын төҙөргә йыйына. Проекттың күләме бер миллиард доллар самаһы тәшкил итәсәк. Был эшкә быйыл тотонмаҡсылар.
— Бынан тыш, ошо дәүләттәге нефть компаниялары менән бәйләнеште яйға һалырға мөмкин. Мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында ла һүҙ алып барырға була. Беҙҙә гастролгә сығып, оҫталығын күрһәтерҙәй һоҡланғыс коллективтар байтаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Йәштәребеҙҙе – Мексикала, ә һеҙҙекеләрҙе Башҡортостанда уҡытырға мөмкин.
— Башҡортостан — бик күркәм төбәк. Бында үҙемде өйҙәгеләй тоям. Һауа шарттары ла беҙҙәге кеүек, — тине Мексика дипломаты.
Уның билдәләүенсә, Башҡортостан менән Мексика ара­һындағы хеҙмәттәшлектең өс юлы бар.
— Беренсенән — сауҙаны әүҙемләштереү шарт, ә был инвестиция йәлеп итеүҙе талап итә. Шулай уҡ мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтерергә кәрәк. Өсөнсөнән, иң мөһиме, Өфө Рәсәй энергетикаһының үҙәген тәшкил итә. Ошо йәһәттән уй-хыялдарыбыҙ байтаҡ, — тине Герреро әфәнде.


Вернуться назад