Байғаҙылар бай йәшәй07.06.2014
Байғаҙылар бай йәшәйБыл ауыл хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тау-урман араһынан теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы шишмә аға. Байғаҙыға килеп инеү менән бында тырыш кешеләр йәшәгәнлегенә инанаһың. Эшҡыуар Әдис Динисламовтың ағас эшкәртеү ойошмаһын еңел таптыҡ. Бында эш ҡайнай ине. Өй һалыусы заказсылар таҡта һайлай. Әдис Рәлиф улы уларға ниндәй таҡтаны алыуы отошлораҡ икәнен аңлатып бирҙе. Һатып алыусылар шунда уҡ аҡсаһын түләне, эшселәр тауарҙы машинаға тейәп алып та китте.


Байғаҙылар бай йәшәйӘдис Рәлиф улы шәхси эшҡыуарлыҡҡа 2012 йылда тотонған. Быға тиклем мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡарған. Әммә аҡса етмәү, ғаиләһенә яҡшыраҡ шарттар булдырыу теләге уны үҙ эшен башлауға этәрә. Шулай ҙа күңеле ятҡан уҡытыусылыҡ һөнәрен дә ташламай. Мәктәптә бер нисә сәғәт булһа ла биология, химия фәндәренән уҡыта.
Ағас бысыу цехында эш күптән яйға һалынған. Таҡта, утын яралар, брус эшләйҙәр. Әҙерен һатып алыусыға алып барып бирәләр. Әдис Рәлиф улы әйтеүенсә, тауарҙы һатыуҙа проблема юҡ. Кеше аша ишетеп, хатта күрше райондарҙан да килеп етәләр.
– Киҫелгән ағас урынына үҫентеләр ултыртыу эше нисек ойошторолған? – тип һорайбыҙ эшҡыуарҙан.
– Был йүнәлештә лә район хакимиәте, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы менән берлектә эшләйбеҙ. Диләнкәләр таҙартыла, киҫелгән ағастар урынына яңылары ултыртыла, – тип һөйләне Әдис Рәлиф улы.
Ҡыҙыу эш мәлендә уларҙы оҙаҡ тотҡарламаныҡ. Беҙ һөйләшкән арала сират барлыҡҡа килде. Эшҡыуарға уңыштар теләп хушлаштыҡ. Әдис кеүек уңған ир-егеттәр күберәк булһын ине.


Вернуться назад