Тәбиғәт зыян күрмәйәсәк05.07.2014
Тәбиғәт зыян күрмәйәсәк
“Башнефть” – республикабыҙ һәм тотош илебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән иң олпат компанияларҙың береһе. Әлбиттә, 80 йылдан ашыу эш дәүерендә бик күп уңыштарға өлгәшелгән, шаҡтай тәжрибә тупланған. Нефть компанияһы ҡарамағында эшләгән бүлендек предприятиелар ҙа байтаҡ. Шуларҙың иң ҙуры – “Башнефть-Добыча”ның офисында үтте республика журналистарының сираттағы сәфәре.

Сәфәр тип әйтеү бик дөрөѕ тә булмаѕ, предприятие әллә ни алыѕ түгел, ни бары Өфө районының Курасково ауылында урынлашҡан. Исеменә ҡарағанда, бында нефть табыу менән шөғөлләнәләр. Әммә хәбәрселәр менән осрашып һөйләшеүҙең сәбәбе башҡараҡ ине. Матбуғат кон­фе­рен­- цияһы нефть торбаларын ремонтлау һәм алмаштырыу темаһына арналды. Беҙҙең менән “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиә­те- ­нең Үткәргес торбаларҙы файҙаланыу идаралығы начальнигы Андрей Леонович, идаралыҡтың баш инженеры Вячеслав Лунев һәм башҡа белгестәр аралашты.
Һандар теленә мөрәжәғәт итеп шуны әйтергә була: “Башнефть” Башҡортостандың 47 муниципаль районында урынлашҡан 193 ятҡылыҡты эшкәртә. Былтыр компания 16,1 миллион тонна нефть тапҡан, шуның 15 миллионы – республикабыҙ биләмәһендә. “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең 29 мең километр үткәргес торба селтәре бар. Әйткәндәй, был Рәсәй нефть компаниялары араһында иң оҙондарҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта торбаларҙың 60 проценттан ашыуы ун йылдан ашыу файҙаланыла.
– Торбаларҙың ниндәйҙер проценты даими сафтан сыға, тимер тутыға, ремонтлау талап ителә. Быны тәбиғи процесс тип әйтергә лә була. Беҙ инде үҙебеҙҙең яҡтан бының менән ҡаршы көрәшеү өсөн мөмкин булған барлыҡ сараларҙы күрәбеҙ. Кәрәк ерҙә алмаштырабыҙ, кәрәк икән – ремонтлайбыҙ, – тине Андрей Леонович.
Идаралыҡ начальнигы әйтеүенсә, “Башнефт”­тең үткәргес торбалары паркы торошо тармаҡтың уртаса күрһәткестәренә тап килә, ә уларҙың бер километрға сафтан сығыу кимәле буйынса иһә илдә иң түбәндәрҙән иѕәпләнә.
Предприятие даими рәүештә үткәргес торбаларҙың сафтан сығыу сәбәптәрен анализлай һәм ентекле өйрәнә. Был үҙ сиратында эштең тотҡарланыу осраҡтарын бермә-бер кәметә. Торбаларҙың үткәреү һәләтенең юғалыуының төп сәбәбе эске коррозия булған. Шул уҡ ваҡытта ун йылдан ашыу файҙаланылған торбалар ҙа йышыраҡ сафтан сыға икән.
– Нисек кенә булмаһын, беҙ үҙебеҙҙең парктың бөтөнлөгөн тәьмин итергә тырышабыҙ. Ни өсөн тигәндә, эштән сыҡҡан торбаның экология өсөн дә зыяны ҙур, компанияға иҡтисади йәһәттән дә файҙа килтермәй, – тип дауам итте Андрей Леонович. – Әммә Башҡортостан биләмәһендә компанияның милеге булмаған, эшһеҙ ятҡан торбалар ҙа бар. Улар төрлө ваҡытта файҙаланыуҙан сығарылған, ә беҙҙең хосусилаштырыу планына эләкмәгән. Шул хужаһыҙ торбалар бурҙар өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар уны тимер-томор итеп тапшырыу маҡсатында ҡаҙып ала. Бының эҙемтәһе бик етди булыуы мөмкин: беренсенән, ғәмәлдәге үткәргес торбаларҙы зыянлауы, икенсенән, торбаның эсендә ҡалған ҡалдыҡтар ағып сығып, экологияға зыян килтереүе ихтимал.
Аңлашылыуынса, үткәргес торбаларҙың сафтан сығыуы компания өсөн дә, тирә-яҡ тәбиғәт өсөн дә хәүефле. Ошоларҙы иѕәптә тотоп та, “Башнефть-Добыча” былтыр ноябрҙә Үткәргес торбаларҙы файҙаланыу идаралығын булдырған. Идаралыҡ алдында бик мөһим бурыстар тора: торбаларҙың ышаныслылығын тәьмин итеү, сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү, экологик ти­геҙ­лекте һаҡлау, нефть табыуҙа һәм торбаларҙың сафтан сығыу сәбәпле барлыҡҡа килгән юғалтыу­ҙарҙы кәметеү, хәүефһеҙлектең халыҡ-ара стандарттарына яуап бирерлек заманса хеҙмәт шарттарын булдырыу һәм башҡалар.
Эш идаралыҡ булдырыу менән генә сикләнмәгән, әлбиттә. Үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын арттырыу маҡсатында компания йыл ярым элек 2013 – 2017 йылдарға иѕәпләнгән маҡсатлы программаны тормошҡа ашыра башлаған. Уның дөйөм хаҡы – 11 миллиард һум. Былтыр программаға ярашлы байтаҡ эш башҡарып өлгөргәндәр. Мәѕәлән, 140 километр торбаға реконструкция, 156 километрына капиталь ремонт яһалған. 3776 километр торбаға сәнәғәт хәүефһеҙлегенә экспертиза үткәрелгән.
Программаны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 1,5 миллиард һум аҡса тотонолған. 2014 йылға пландар тағы ла ҙурыраҡ. Барлығы 400 километр торбаны алмаштырып, реконструкциялау күҙҙә тотола. Шулай уҡ торбаларҙың етешһеҙлеген табыу өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын да файҙалана башлаясаҡтар. Улар күктә осоп йөрөп, ҙур теүәллек менән нефть ағып сыҡҡан урындарҙы табасаҡ. Чехия компанияһы һәм “НИС” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә торбанан нефть ағып сығыуын асыҡлау системаһын һынап ҡарау ҙа күҙаллана.
Идаралыҡтың баш инженеры Вячеслав Лунев был эштәрҙең нескәлектәрен, торбаларҙың тутлап сереү сәбәптәрен һәм уларҙы нисек, ниндәй яңы материалдарға алмаштырғандары тураһында ентекләп һөйләне. Хатта алмаштырыласаҡ яңы торба өлгөләрен, уларҙың үҙенсәлегенең ниҙән ғибәрәт булыуына тиклем күрһәтте. Белгестәрҙең үҙ эштәрендә ҡулланылған ҡайһы бер махсус терминдары, алымдары журналистарға бик аңлашылып етмәһә лә, ышаныс менән шуны әйтергә була: “Башнефть” үҙенең торбалары сафтан сыҡмаһын, тирә-яҡҡа һәм эшмәкәрлектәренә зыян килмәһен өсөн барыһын да эшләй. Һәр хәлдә, беҙ быға инандыҡ!




Вернуться назад