“Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән ниәттәребеҙ ҙур”05.07.2014
Сибайҙа Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары-2014: “25-20” стратегияһы” төбәк-ара инвестиция форумының “Төбәк-ара хеҙмәттәшлек — заманса уңыштың яңы мөмкинлектәре” пленар ултырышында сығыш яһаны.


Сара башланыр алдынан Рөстәм Зәки улы Ырымбур өлкәһе етәксеһе Юрий Берг, Ҡурған өлкәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Алексей Кокорин менән ошо райондарҙағы халыҡ кәсептәре, предприятиелар күргәҙмәһен ҡарап сыҡты, Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондарының стендтары менән танышты. Хакимиәт башлыҡтары муниципаль берәмектәрҙә тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары, иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.



Вернуться назад