Уңған ҡулда ут уйнар05.07.2014
Уңған ҡулда ут уйнар
Районда ғына түгел, бөтә республикала иң эреләрҙән һаналған Крупская исемендәге хужалыҡ “500 ферма” программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу буйынса күптәргә өлгө булырлыҡ. Бында һуңғы йылдарҙа ике мал ҡураһын заманса төҙөкләндергәндәр, киләсәккә лә ниәттәре ҙурҙан.



Уңған ҡулда ут уйнарБыл йүнәлештә маҡсатлы алға барыу­ҙы дауам итеп, бөгөн дөйөм хаҡы ун миллион ярым һумға төшәсәк өс силос соҡоро эшләүгә тотонғандар. Улар­ҙың һәр бере­һе өс мең тонна яҡшы сифатлы, һутлы мал аҙығы һаҡлауға иҫәп­ләнгән. Белгес­тәр әйтеүенсә, әҙер плитәләрҙән ҡоролға­нына ҡарағанда бетон иҙелмә менән урын­да ҡаплап төҙөлгән баҙ күпкә осһоҙға төшә.
– Ҡоролмаларҙың фермалар эргәһен­дә генә булыуы ҡул көсөн швед фирмаһы “Dеlaval” сығарған аҙыҡ турағыс менән тулыһынса тиерлек алмаштырырға мөм­кинлек бирә, – ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Радмир Рәхимйәнов. – Һө­ҙөм­тәлә – утлыҡсаға тейешле файҙа­лы ҡатнашмалар менән әҙерләнгән туҡ­лыҡлы мал ризығы һалыу күпкә еңел­ләшә. Халыҡ әйтмешләй, һыйырҙың һөтө телендә бит. Икенсе яҡтан продук­цияның үҙҡиммәте кәмейәсәк, сифатына ла ыңғай йоғонто буласаҡ.
...Беҙ килгәндә Шулған фермаһы янын­дағы силос соҡоронда эш дәррәү бара ине. Уны Ҡазан ҡалаһының “Инсайт-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡа­ра. Директор урынбаҫары Алексей Вилков әйтеүенсә, Башҡортостанда мал­сы­лыҡ биналарын төҙөү, яңыртыу һәм төҙөкләндереү менән ойошма өсөнсө йыл шөғөлләнә. Илеш, Краснокама һәм Шаран райондарының “500 ферма” программаһында ҡатнашҡан хужалыҡта­рында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәт­кән йәмғиәттең эшенә бында ла дәғүә юҡ.
Ете кешенән торған бригада иртәнән кискәсә — төҙөлөш майҙанында. “Иҙелмә ҡата бит”, — тип тураһын әйтеп, силос баҙының төбөн арматуралы бетон менән нығытҡан егеттәр фотоға төшөргә һәм һөйләшергә лә туҡтаманы. Бер көн алдан ғына яуып киткән ҡойма ямғырҙан һуң яҡын килә алмаған “КамАЗ”-дан иҙелмә ташыусы Мгер Мгерян атлы тракторсы ғына объективҡа (һүрәттә) йыл­майырға ваҡыт тапты.
Бөгөн хужалыҡтың өс һауын төркө­мөн­дә лә йәйләү осоро уңышлы бара. Һөт һауыуҙа, “Волга” аппаратын ҡулланып, егерме дүрт оператор фиҙакәр эшләй. Уларҙың һәм малсы-көтөүселәрҙең ты­рышлығы менән тәүлегенә ун өс тоннанан артыҡ һөт етештерелә. Сифатҡа иғ­ти­бар көслө. Баҙар шарттарында башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
Һәр йәйге лагерҙа ҡуйылған икешәр тонна һыйҙырышлы һыуытҡыстар һөттө ҡулланыусы килеп алғансы һаҡларға мөм­кинлек бирә. “Һауылғанды ни эш­лә­тер­гә?” тигән һорау ҙа күптән хәл ителгән. “Өфөһөтагропром” йәмғиәте тик юғары сифатлы “аҡ”ты махсус маши­наларҙа үҙе килеп ала һәм продукция өсөн аҙна һайын иҫәпләшеп тора. Был үҙ сиратында малсылыҡта ғына түгел, хужа­лыҡтың башҡа тармаҡтарында эш­ләү­­се­ләрҙең дә ваҡытында хеҙмәт хаҡын алып барыуын тәьмин итә.
Крупская исемендәге хужалыҡтың уңыштары нигеҙендә ябай малсынан башлап белгестәрҙең һәм, әлбиттә, етәк­селектең ныҡышмалы көндә­лек хеҙмәте ята. Сирек быуатҡа яҡын хужалыҡ башлығы Башҡортост­андың ат­ҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фаил Нурғәлиев үҙе лә, уның ҡулы аҫтында эшләгән белгестәрҙең берҙәм командаһы ла киләсәккә ҡарап, юғары һөҙөмтә өсөн тырыша.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.





Вернуться назад