Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре арта01.07.2014
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге делегация “Төбәк-ара хеҙмәттәшлек: яңы үҫеш мөмкинлектәре” Рәсәй-Азербайжан форумы эшенә ярашлы Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла бер нисә осрашыу үткәрҙе.


Азербайжандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе В. Дорохин илдәр араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереү­ҙең әһәмиәтен билдәләне һәм Башҡортостандың да ошондай эштә ҡатнашыуын хупланы. Уның фекеренсә, сауҙа-иҡтисади, фәнни, сәнәғәт һәм гуманитар өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек тура­һындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу үҙ-ара эш итеүгә нигеҙ буласаҡ. Салауат Сәғитов илсене килешеү һәм тейешле сараларға әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
Азербайжандың иҡтисад һәм сәнәғәт министры Ш. Мостафаев Башҡортостан вәкилдәре менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү йүнәлештәрен тикшерҙе. Азербайжан вәкилдәрен Башҡорт­остан­да нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, фармацевтика һәм ағас эшкәртеү буйынса тупланған тәжрибә ҡыҙыҡһындыра. Республикабыҙҙағы махсус ғилми-тикшеренеү институттары Азербайжандың нефть эшкәртеү предприятиеларын яңыртыуҙа ҡатнаша алыр ине. Бынан тыш, Милли фәндәр академияһы вице-президенты, академик И. Гулиев менән осрашыуҙа гуманитар өлкәләге бәйлә­неште әүҙемләштереү мәсьәләләре ҡаралды. Тиҙҙән ике рес­пуб­ликаның ғилми даирәләре хеҙмәттәшлек буйынса саралар планын раҫлаясаҡ.
Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан делегацияһына бәйләнештәрҙе киңәйтеү йәһәтенән тәҡдимдәр яһалды. Сауҙа вәкиле вазифаһын башҡарыусы О. Бикмансуров ил төбәкт­ә­ре­нең Азербайжандағы эре сәнәғәт, сауҙа һәм инвестиция компаниялары менән бәйләнештәре хаҡында һөйләне.




Вернуться назад