"Айыҡ ауыл" республика конкурсы тураһында йәмәғәтселектең фекере төрлөсә. Изге башланғысты тәүге көндәрҙән үк күтәреп алыусылар нәҡ ошондай күләмле сара ярҙамында халҡыбыҙҙы эскелек һаҙлығынан ҡотҡарыу мөмкин тип иҫәпләй, икенселәр уның бер фәтүәһен дә күрмәй. Нисек кенә булмаһын, күпселек конкурсҡа әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, бәйгелә Ейәнсура районының Сәғит ауылы халҡы ла ҡатнаша.
Сәғитте икенсе төрлө Бишөйлө, тиҙәр. Ошо ауыл ингән Байыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Ҡыуатов әйтеүенсә, ҡайһы яҡтан ғына алып ҡараһаң да, сәғиттәр конкурста ҡатнаша ала.
Ауыл ҡапҡаһын үтеп күп тә барманыҡ, аҡланда биш-алты ирҙең бүрәнә әрсеп йөрөүен күрҙек. Шул тиклем мөкиббән киткәндәр, беҙгә иғтибар ҙа итмәнеләр хатта. Ҡулдарында балта уйнай. Өмәгә сыҡҡандар, моғайын да, кемгәлер бура бурарға итәләрҙер. Ауыл осонда шыңғырҙап торған ҡарағайҙан яңы ғына өй күтәргәндәр икән, әлегә тәҙрәләре лә, ишеге лә юҡ. Ул әллә ҡайҙан балҡып, бейек булып күренә. Берәүҙең, күрәһең, ошо йорттоң хужаһылыр, эстә таҡта йышып тороуы күҙгә салынды.
– Йәштәрҙең яҙмышын ауыл менән бәйләүенә нисек ҡыуанмайһың, – тип шатланып һөйләй Ришат Рәшит улы. – Төҙөлөш өсөн ер бирәбеҙ, диләнкә алыуҙа ярҙам итәбеҙ. Миңә һәр береһенең донъя көтәм тип янып-көйөүе оҡшай. Барыһын да бәләкәйҙән беләм, күҙ алдында үҫтеләр.
Бишөйлөләрҙең эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмауына үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Мәҫәлән, Әмирхан Йылҡыбаев быйма баҫа. Ҡайҙалыр барып, тауарын һатып йөрөмәй ул, ә өйөнән килеп алалар. Йәүҙәт Тоҡомбәтов, Урал һәм Фуат Теләүбаевтар ҙа унан күрмәксе ошо кәрәкле шөғөлгә тотонған. "Йыл әйләнәһенә быйма баҫыу мөмкин түгел дә инде", – тип ғәжәпләнер берәү. Ҡара ергә аяҡ баҫыуға мейес сығара башлайҙар, эргә-тирә ауылдарҙан, шулай уҡ ырымбурҙарҙан заказдар күп. Уңған егет Рәйес Ишкилдин менән дә осраштыҡ – ул тәҙрә яңаҡтары, ишек эшләп кәсеп итә. Мирсал Йылҡыбаев иретеп йәбештереү аппараты һатып алған, тимерлеге бар үҙенең.
Юлға сыҡҡанда уҡ магазиндарға инеп “разведка” үткәреү тигән уй күңелгә тынғылыҡ бирмәне: "Һатыусылар нимәгә өҫтөнлөк бирә, спиртлы эсемлектәр бармы?" Бында бөтәһе өс сауҙа нөктәһе бар, ышанаһығыҙмы-юҡмы, һыра, шарап ише иҫерткес эсемлектәрҙе кәштәләрҙә күрмәнем.
Ришат Ҡыуатов билдәләүенсә, үҙҙәренең магазинын асыусыларға улар хәмер һатмаҫҡа тигән талап ҡуйған һәм шәхси эшҡыуарҙар тарафынан тулы аңлау тапҡандар. Бында көмөшкә менән шаярыусыларға ла хөкөм ҡаты, хәҙер берәү ҙә уның менән булышмай.
Ауылдағы "Толпар" крәҫтиән (фермер) хужалығы уңғандары иген үҫтерә, малсылыҡ тармағын алып бара. Үҙенә эш табыусыларҙың хужалыҡ етәксеһе Ринат Ҡыуатовҡа рәхмәте сикһеҙ. Бынан тыш, Ринат Йылҡыбаевтың умарталығы бар, унда ла бер нисә кеше эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылды сәмселдәрҙең күтәреүендә бер ниндәй ҙә шик юҡ.
Сәғиттә дин көслө. "Эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙең бер юлы – дингә иғтибарҙы арттырыуҙа, – ти Ришат ағай. – Ислам университетын тамамлаған Айтуған Ҡоланшин, Салауат Йылҡыбаев һәм Насир Бикбовтар барыһына ла өлгө. Күптән түгел Фәриҙә Йылҡыбаева Ырымбурҙа уҡып ҡайтты. Йәштәрҙең дин юлын һайлауында өлкәндәрҙең дә өлөшө бик ҙур. Ҡорбан байрамын һәм Ураҙа ғәйетен юғары кимәлдә ойошторорға тырышабыҙ, ҡарты ла, йәше лә һәр береһендә әүҙем ҡатнаша".
Бишөйлөлә туйҙарҙың араҡыһыҙ үтеүенә шикләнеп ҡарамағыҙ берүк. Ысынында ул шулай. Фәриҙә менән Насип Бикбовтар уҙғарған туй – шуға асыҡ миҫал. Башҡорттоң бөтә йолалары ла үтәлгән: уйнағандар-көлгәндәр, йырлағандар-бейегәндәр. Киләсәктә тағы ла бер нисә егет һәм ҡыҙ араҡыһыҙ никах үткәрмәксе.
Ауылдан сыҡҡан саҡта уның Ҡойон тип аталыуын да белдек. Заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә гөрләтеп, матур итеп йәшәүҙәренең төбөндә бына нимә ята икән сәғиттәрҙең!
Илдар АҠЪЮЛОВ
Ейәнсура районы.