Байҙар күбәйә19.06.2014
Башҡортостандағы һалым органдарына биш кеше былтыр 1 миллиард һумдан ашыу килем алыуын белдергән.


Элгәрге йыл менән сағыштырғанда, миллиардерҙар һаны ике кешегә артҡан. Килемде һалым түләүселәрҙең өсәүһе ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеүҙән, килешеүҙәрҙең финанс алымдарын ҡулланыуҙан, тағы ла икәүһе эшҡыуарлыҡтан алыуын билдәләгән. 10 миллион һумдан ашыу табыш алғандар – 377, йәғни, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 172 кешегә күберәк.
Территориаль һалым органдары бөтәһе 161 меңдән ашыу декларация ҡабул иткән. Уларҙың 94 процентын 1 миллион һумдан ашыу килем алғандар тәшкил итә. Бынан тыш, эш биреүселәр 4 миллион һумдан ашыу килем алған кешеләр тураһында 2 778 белешмә тапшырған. Иң юғары эш хаҡы ҡиммәтле ҡағыҙҙар, банк, сәнәғәт, юридик һәм финанс хеҙмәттәре, спорт өлкәләрендә күҙәтелә.


Вернуться назад