Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәк30.05.2014
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәк
Кисә Өфөләге Конгресс-холда IV халыҡ-ара «Ҙур химия» форумы асылды. Унда белгестәр, сит ил һәм Рәсәй компаниялары ҡатнаша.


– Беҙҙең һәр осрашыу яңы сифатҡа әүерелә бара. Был форумға сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең эре нефть химияһы предприятиеларының иғтибары йәлеп ителә, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараны асҡанда.
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәкРөстәм Зәки улы сығышында импортты алыштырыу тураһында ла һөйләне. Был бигерәк тә Рәсәйҙең Евросоюз илдәре һәм Америка менән сәйәси мөнәсәбәттәре көсөргәнешле булғанда кәрәк, сөнки илдең алдынғы тармаҡтарын үҫтереү өсөн мөһим технологияларҙың хәүеф аҫтында ҡалыуы ихтимал.
– Илдең технологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Был газ химияһына ғына түгел, станоктар төҙөүгә, радиоэлектроникаға һәм башҡа тармаҡтарға ла ҡағыла, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәкФорумда ватан етештереүселәренә һәр йәһәттән ярҙам кәрәклеге хаҡында әйтелде. Әле нефть химияһы өсөн кәрәкле катализаторҙарҙың 70 проценты сит илдәрҙән һатып алына. Президент әйтеүенсә, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларындағы предприятиелар тотош ил өсөн кәрәкле продукция етештереү мөмкинлегенә эйә. Ә был катализаторҙар донъялағы аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай. Әммә беҙҙә әле автомобиль бензинының – 70, дизель яғыулығының – 40, нефть химияһы продукцияһының 60 проценты сит ил катализаторҙарында етештерелә. Мәҫәлән, йылына 9-10 тоннаға яҡын тауар етештереү ҡеүәтенә эйә Ишембай катализаторҙар заводы ысынбарлыҡта 300 — 500 генә дана продукция етештерә.
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәк– Һәр йыл май аҙағында Өфөлә нефть химияһы мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү матур йолаға әүерелде. Бөгөн ҡаралған нефть һәм газ тармағы продукцияһының эске баҙары мәсьәләләре көнүҙәк, – тине форум эшендә ҡатнашҡан Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. Ул шулай уҡ илдә сеймалдың күп булыуының яҡшы, әммә уны үҙебеҙҙә эшкәртеү отошлораҡ икәнлеге хаҡында әйтте.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галина Изотова округта нефть химияһы тармағына ҡараған етмештән ашыу предприятиеның барлығы хаҡында һөйләне.
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәкФорумда Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының башҡарма вице-президенты Виктор Черепов, Рәсәй Химиктар союзы рәйесе Виктор Иванов, «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идараһы ағзаһы – башҡарма директоры Павел Ляхович, «Берләшкән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Кирилл Тюрденев, «Башҡорт сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы Надежда Пинигина һәм башҡалар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында сығыш яһаны.
Ватан етештереүселәренә ярҙам кәрәкКисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Берләшкән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы договорға ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, Волга буйы федераль округындағы төбәктәр башлыҡтарының, нефть һәм газ химияһы етәкселәренең кәңәшмәһе, «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелде. Бөгөн форум эшен тамамлай.


Вернуться назад