Балтас районы йәштәре эшһөйәр һәм маҡсаттарына ирешеп йәшәй икән тигән уй менән ҡайттым сәфәрҙән. Быға бер дәлил – Иҫке Балтас ауылында иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән Рөстәм Ғиндуллин.
Үрге Ҡарыш егете Рөстәм ХI класты тамамлағас, Нефтекама ҡалаһының 59-сы һөнәрселек лицейында иретеп йәбештереүсегә уҡып сыға. Алыҫ Көнсығышта әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Иҫке Балтас ауылында шәхси эшҡыуар ойошмаһына эшкә урынлаша.
Коллективта ете кеше эшләй. Улар заказ буйынса мунса мейестәре, металл конструкциялар етештерә. Халыҡ өсөн гараж ишектәрен, ҡапҡаларҙы иретеп-йәбештереү эштәре башҡарыла. Заказдар йыл әйләнәһенә булғас, эш гөрләп тора.
– Көнөнә биш-алты заказ үтәйбеҙ, шуға күрә хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт, – ти Рөстәм. Мөмкинлектәр булғас, йәш ғаиләгә өй һалып сығыу ҙа әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаған. Рөстәм ҡатыны Ирина менән ул тәрбиәләй.