Иртән эшкә тотонор алдынан бер аҙ гәпләшеп алыу ауыл халҡының ҡанына һеңгән. Бына шундай “оперативка”ның береһендә ир-ат күрше хужалыҡҡа “Ока” автомобиле килеп туҡтағанын шәйләп ҡала. Руль артында – яңы ғына ныҡлы аяҡ баҫып килгән эшҡыуар Ғәйнетдин. Шул саҡ ҡарап тороусылар аптырап китә: бәләкәс кенә машинанан эшселәр сыға ла сыға, сыға ла сыға икән. Йәмғеһе туғыҙ кеше. Әлбиттә, бындай күренеш барыһына ла ҡыҙыҡ тойола, көлөшкән булалар. Ә бер нисә йыл үткәс, шул хужалыҡтың етәксеһе инде “джип”та елдерә башлағас, мыҫҡыллы көлөү һоҡланыуға әүерелә…
Үҫештең бына шундай иң аҫҡы баҫҡыстарынан, халыҡса әйткәндә, “нулдән” башлай хәҙер 500-ҙән ашыу ат хужаһы, булдыҡлы эшҡыуар, райондың абруйлы кешеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов. Кәрәк саҡта бәләкәй генә машинаға ла эшселәрен һыйҙыра, трактор менән ер ҙә һөрә, тиреҫ тә таҙарта. Бынан тыш, үҙе – бухгалтер, үҙе – директор, тигәндәй.
Бөгөн “Ватан” ауыл хужалығының миллионер совхоздыҡынан да кәм булмаған техникаһы бар, ете мең гектарҙан ашыу ер һөрөп сәселә, бесән әҙерләнә. Шулай ҙа хужалыҡтың төп тармағы – йылҡысылыҡ. Күмертау халҡы сифатлы һәм тәмле колбасаны нәҡ “Ватан”дан ала. Продукцияһын тамырынан башағына тиклем тигәндәй хужалыҡ үҙе етештерә бит, алдашмай, теләһә ниндәй тәмләткестәр, оҙаҡ һаҡлау өсөн “химия” ҡушмай. Үҙҙәренең махсус цехтары ла бар.
– 12 төр колбаса-ит продукцияһы етештерәбеҙ. Шуныһы яҡшы: тауар иҫкереп ятмай, көнөнөкөн көнөнә алып бөтөп торалар. Хатта Ырымбурҙан да килеп етәләр, – ти цех “командиры” Руслан Иҫәнғолов. Ғөмүмән, был комплекста эш күптән тәртипкә һалынған. Бер звено ла сатанламай, шарттар ҙа бар, талап та етерлек. Мәҫәлән, әле хужалыҡта 35 кеше тир түгә. Күптәре тәүге көндән алып эшләй.
– Был комплексҡа килгәнемә биш йыл булды. Эш хаҡы етерлек. Ситтән килгәндәргә бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ та бар. Эш юҡ заманда ауыл кешеһе өсөн тағы нимә кәрәк инде? – ти механизатор Александр Хохлов. Эйе, булдыҡлы эшҡыуар үҙе лә, ер балаһы булараҡ, хеҙмәт кешеһенең баһаһын яҡшы аңлай.
– Аҡса, продукция, бесән-иген яғынан бер кешене лә ситләтмәйем. Шуға һәр кем икәү-өсәү урынына тырыша. Әммә минең бер шарт бар: эш ваҡытында тәртип боҙоп йөрөгәндәрҙе тотмайым, – ти йүнсел.
Көйөргәҙе районында һәм Күмертау ҡалаһында Ғәйнетдин Ғәзиз улының сифатлы продукцияһын яҡшы беләләр. Тырыш, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер һәм тәүәккәл кешенең шәхси абруйы ла күҙгә күренеп үҫә. Бынан ике йыл элек Шәбағыш ауылы хакимиәте башлығы булып эшләү әле район Советы депутаты йөгөн тартыу быға асыҡ дәлилдер. “Халыҡсан эшҡыуар” тигән исем бик килешер ине уға.
…Бөгөн йыш ҡына дәүләтте ауыл хужалығы тармағында көс түккән йүнселдәрҙе һанға һуҡмай тип ғәйепләйбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, ҡануниәт яғынан да, бюрократик нигеҙҙә лә етешһеҙлектәр быуа быуырлыҡ. Тик бар бит ул бөтә иҫкән елдәргә ҡаршы торорлоҡ бынамын тигән эшҡыуарҙар! Үҙҙәренең тормошон ғына матурламай улар, ә тиҫтәләгән кешегә эш урыны ла йүнләй. Йәнә муниципалитет ҡаҙнаһын тулыландыра, бағыусылыҡ күрһәтә. Дөрөҫөн әйткәндә, шундай эшҡыуарҙар төпкөлгә йән өрә лә инде.