"Минең өсөн ял юҡ, тормош ритмына эйәрмәү мөмкин түгел". Был һүҙҙәрҙе Йәрмәкәй районында булған саҡта йүнсел Илнур Миңлекәевтән ишеттем. Уның фекерҙәре гәзит уҡыусыларға ла, моғайын, фәһемле булыр:
– Мәктәптән һуң тиҫтерҙәремдең барыһы ла тиерлек ауылдан сығып китте. Ҡайһы берәүҙәр Түбәнге Ҡарамалыла ҡалыуымдың сәбәбен ҡат-ҡат һорай торғайны. Борондан килгән йоланы тотоп, ғаиләлә кинйә малай булараҡ, атай нигеҙендә төпләндем. Әсәйем ғүмер буйы магазинда һатыу иткәс, һәр саҡ уның янында йөрөнөм, ҡыҫҡаһы, баҙар мөхитендә үҫтем. Әгәр ҙә эшҡыуарлыҡҡа тотонғанмын икән, бында ғәзиз кешемдең йоғонтоһон күрәм.
Эшемде тыуған ауылымда бәләкәй генә магазин асыуҙан башланым. Халыҡты кәрәк-яраҡ тауар, аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин иттем. Көндәлек килем күпме? Был йүнәлештән файҙа аламмы? Күҙәтеүҙәремдән күренеүенсә, табыш ярайһы ғына килә. Өҫтәүенә, кешеләр, магазинды яба ғына күрмә инде, тип үтенгәс, тағы ла дәртләнеберәк тотондом. Шулай итеп, бөгөн Урта Ҡарамалы, Спартак һәм Түбәнге Ҡарамалы ауылдарында киосктарым бар.
Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдиновтың тәҡдиме менән Йәрмәкәйҙә "Строймаркет" хужалыҡ тауарҙары магазинын астым. Әйткәндәй, хакимиәттең ярҙамын һәр саҡ тоям. Мәҫәлән, тәүге йылдарҙа "старт-ап" алдым. Ошо көндәрҙә Тобол ҡалаһынан ҡеүәтле ҡоролма алып ҡайттым – шлакоблок, керамзитоблок ҡоясаҡмын. Халыҡ хәҙер төҙөлөшкә ныҡлап тотондо, уныһы ла, быныһы ла кәрәк. Бынан тыш, йөк ташыу хеҙмәтен дә күрһәтәм. Автомобилдә ҡайҙа заказ бирәләр, шул тарафҡа сығып китә шоферҙарым.
Минеңсә, эшҡыуар бер урында тапанырға тейеш түгел. Бөтәһен бергә иҫәпләгәндә, егерменән ашыу кешегә эш урыны булдырҙым.
Әлбиттә, кәләшем Глүзә – төп таянысым, ә инде балаларым Эльвина менән Ризвандың көс-ҡеүәт биреүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел.