"Тәбиғәттең кәләш кенә сағы..." тип яҙған шағир мең тапҡыр хаҡлы. Салт аяҙ көн, йәшеллеккә күмелгән ялан-ҡырҙар, алмағас, сейә, ҡәнәфер сәскәләренең хуш еҫе баһадирҙарыңды ла "һә" тигәнсә иҫертер мәл еребеҙҙә.
Тирә-яҡты байҡап, орлоҡ төшөрөлгән баҫыуҙарҙы күҙәтеп, һөйөнөп бара торғас, Иҫке Тауларға еткәнебеҙҙе һиҙмәнек тә. Ауылға инеү менән кәрәкле өйҙө тиҙ таптыҡ, ихатаһы эргәһендә өс һөт йыйыу машинаһы торған йорт үҙе үк "Мин — бында!" тигәндәй ине. Эштәренең ҡыҙыу мәленә тап килһәк тә, хужалар ихлас ҡаршы алды. Райондың 15 ауылында халыҡтан һөт йыйыу менән мәшғүл Нурғәлиевтәр. Ғаилә башлығы Дамир Әлтәф улы был шөғөлгә 2008 йылда тотонған.
— Тәүҙә һөт йыйыу машинаһы юҡ ине, кредитҡа ала-ала уларҙы алтауға еткерҙек. Хәҙер береһе ватыла-нитә ҡалһа, икенсеһен ҡабыҙа һалабыҙ, — тип башланы ул һүҙен.
Дамир Нурғәлиевтең өс улы — өс таянысы бар. Бергәләп һөт йыйып, Бәләбәй һөт комбинатына тапшыралар. Улар өсөн таңғы биштә йәки алтыла аяҡ өҫтө булыу — ғәҙәти күренеш. Ауылдар араһы яҡын түгел, бер яҡҡа ғына 100 километр самаһы юл үтелә, тиҙәр. Кис йәнә шул уҡ маршрут буйынса сығалар. Ҡыҫҡаһы, ҡояш ҡалҡҡанда ла, батҡанда ла юлдалар, ял да юҡ, ямғыр-ҡар ҙа ҡамасау түгел.
Әле улар көн һайын 10 тонна самаһы һөт йыя. Малдар йәшел үлән утлай башлағас, һөт артып, 12-13 тоннаға етә, тиҙәр.
— Миңә ниндәй генә эште атҡарырға тура килмәне! Шофер ҙа, эшҡыуар ҙа булдым. Ә бына халыҡтан һөт йыйырмын тип уйламағайным да. Әйҙә, тотоноп ҡара, тигәйнеләр, тәүәккәлләнем. Еңел түгел, әлбиттә. Яуаплылыҡ та ҙур. Ғаиләбеҙ менән эшләгәнгә күрә генә хәлдән килә. Улдарыма таянам. Ҡатыным Мәмдүҙә Әсҡәт ҡыҙы элек колхозда бухгалтер ине, иҫәп-хисап эшен ул алып бара, һөттө һыуытырға ҡуйыу ҙа — уның өҫтөндә. Хәйер, беребеҙҙең дә ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ, төп эштәренән бушағанда килендәр ҙә ярҙамлаша. Йыйып ҡайтыу менән һөттө ебәрергә әҙерләйбеҙ. Бәләбәйҙән килеп алғансы өлгөрөргә кәрәк. Тәү ҡарауға ғына еңел тойола был шөғөл. Һөт тапшырған һәр кемдең ышанысын аҡларға тырышабыҙ. Ауылдарға билдәле бер ваҡытта килеп өйрәттек тә, хәҙер 15 минутҡа һуңлаһаң да борсолоп шылтырата башлайҙар, — ти Д. Нурғәлиев.
Йәш ғаиләләрҙең күбеһе һыйыр малын ишәйтә, йәйге айҙарҙа ҡулдарына аҡса тап һөт тапшырыуҙан инә. Мәмдүҙә Әсҡәт ҡыҙы әйтеүенсә, айына ике тапҡыр иҫәп-хисап яһайҙар. Һөт мул осорҙа ун баш һыйыр аҫрағандар айына 45-50 мең һумлыҡ тауар һата. Ике-өс һыйыр һауғандарҙың да кеҫәһенә байтаҡ ҡына аҡса инә. Кемдер 6 — 15 мең, кемдер 18 — 30 мең һум ала. Әле бер литрын 11 һумдан йыялар.
— Яңыраҡ ҡына Бәләбәй һөт комбинатынан бер машина килеп китте, әле икенсеһен көтәбеҙ. Ни өсөндөр һуңлабыраҡ тора әле, — тип һыуытыу ҡоролмаһынан күҙ яҙҙырмай ғына һүҙгә ҡушылды өлкән улдары Азат.
Ул арала көткән машина ла күренде. Азат, Айрат һәм Илнур ең һыҙғанып эшкә тотондо. Һүҙ ҙә юҡ, Дамир Әлтәф улының таяныстары ныҡлы һәм өмөтлө. Өс улы ла үҙ ерендә тамыр йәйгән. Әйткәндәй, был өс таған — һөнәрҙәре буйынса уҡытыусы. Әммә әлегә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнәләр. Нурғәлиевтәр барлыҡ пландарын да асып һалманы, ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр бит. Әлегә маҡсаттары — атай ҡанаты аҫтында нығыныу, тәжрибә туплау.
— Беҙгә ҡәҙәр был эш менән 18 кеше мәшғүл ине, хәҙер уларҙы дүртәү алмаштырабыҙ. Ҙур күләмле эш атҡарабыҙ, былтыр, мәҫәлән, ике мең тоннанан ашыу һөт йыйып оҙаттыҡ. Ошо күрһәткес буйынса районда "Бүздәкагро"нан ғына ҡалышабыҙ, — тине Айрат Дамир улы.