“Беҙ һыната торғандарҙан түгел”18.06.2014
“Беҙ һыната торғандарҙан түгел”
Бөгөн хужалыҡтарҙы ит, һөт “тере” аҡсалы итә. Шуға ла алдан күрә белгән хужа малсылыҡ тармағын нығыта, тоҡомло үгеҙ-таналар һатып ала, һауын һыйырҙарын алыштыра. “Өсән”дә был эш күптән бара. Мал һанын кәметеүгә юл ҡуйылмай. Барлығы мең ярым һыйыр малы иҫәпләнһә, 600 башы — герефорд тоҡомлоһо — ит өсөн тотола.


Беҙ барғанда малдар йәйләүҙә ине. Әле иң һөтлө осор — хужалыҡ өсөн табышлы мәл.
— Һәр һыйырҙан көндәлек һауым ун биш литрға барып етә, — ти зоотехник Гөлназ Ғәбитова. — Малсылар ҙа, һауынсылар ҙа яуаплы осор икәнен аңлай. Эш хаҡы ла һөткә бәйле бит...
Башҡа төбәктәрҙәге һымаҡ уҡ, бында ла электән эшләгәндәр тырыша. Йәштәр, ауылда ҡалһа ла, малсылыҡҡа барырға бик үк теләмәй. Шулай ҙа “Өсән”дә йәштәр бар әле. Мәҫәлән, Айгөл Хәлимованы алайыҡ. Ул, үткән йыл һауынсылар конкурсында ҡатнашып, республика буйынса икенсе урынға сыҡҡан. Хужалыҡта эшләгән өсөн махсус программа буйынса йорт һатып алғандар. Ғөмүмән, районда ауыл ерендә эшкә ҡалған йәштәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышалар.
Малсылыҡ тармағында илке-һалҡылыҡ юҡ. Мал һәр саҡ туҡ булырға тейеш. Тимәк, таң һарыһынан кәртәнән сығаралар, ҡояш байыр алдынан ғына кире ябалар. Рифҡәт Ғабдуллин ғүмер буйы шулай эшләп йөрөй, әле лә һыр бирмәй. Илдар Яҡупов, Алексей Казаков, Рәил Ғималетдинов һымаҡ йәшерәктәре менән бер рәттән атына атлана.
Тағы бер үҙенсәлек бар хужалыҡта. Һауын һыйырҙарын, башмаҡтарҙы көтөүселәр ҡараһа, ит тоҡомло малдарҙы “электр көтөүсе” яланда “тота”. Барлығы 70 гектар ерҙе әйләндереп алырға һәләтле “көтөүсе” батарейка менән эшләй, нәҙек сым аша малдарҙы өркөтөрлөк кенә ток ебәрелә.
Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Рәмил Шәрәфетдинов әйтеүенсә, районда малсылыҡҡа ҙур иғтибар бүленә. Коллектив хужалыҡтарҙа ғына ла 16 меңдән ашыу баш аҫрала. Бер уйлаһаң, был район өсөн уртаса һан ғына. Ә бына шуларҙың күбеһе тоҡомло икәнен, барлығы һигеҙ хужалыҡтың тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүен иҫәпкә алһаҡ, эштең һанда түгел, ә сифатта икәне асыҡ күренә.
Малсылыҡ тармағында мәшғүлдәрҙең хеҙмәтен еңеләйтеү буйынса ла байтаҡ эш башҡарыла: заманса технологиялар ҡуйыла, иҫке һауын аппараттары алмаштырыла, ҡураларҙа ремонт үткәрелә.
— Тырышып эшләһәң, һөҙөмтәһе күренә инде, — ти йәш һауынсы Айгөл Хәлимова. — Яҙмышты ауыл менән бәйләгәс, халыҡ та малһыҙ йәшәмәй, хужалыҡтар ҙа. Эше булһа, ашы ла бар. Беҙ һыната торғандарҙан түгел...
Яҙманы уңған һауынсының һүҙҙәре менән тамамлайыҡ. Ысынлап та, һынатмай бөгөн ауыл эшсәне. Тынғыһыҙлыҡ — уның ҡанында: таңдан баҫыуға баға, ямғыр тамсыһы төшмәһә — көйөнә, аҙ ғына үләндәр баш ҡалҡыттымы — һөйөнә. Булмышы шундай.


Вернуться назад