Газ яғыулығы отошлораҡ10.06.2014
Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыу мәсьәләләренә арналған ултырышта ҡатнашты.


Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәргән ултырышта шулай уҡ илдең энергетика министры Александр Новак, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, транспорт министры Максим Соколов ҡатнашты. Сарала округ төбәктәрендә газ яғыулығы ҡойоу урындарының инфраструктураһын үҫтереү, автомобиль һәм автобус, шыйыҡ газ ярҙамында эшләгән ауыл хужалығы, коммуналь һәм махсус техника паркын киңәйтеү мөмкинлектәре тикшерелде. Үҙенең сығышында Михаил Бабич газ яғыулығын файҙаланыуҙың отошлолоғо, экологик талаптарға яуап биреүе хаҡында һөйләне, мотор яғыулығы баҙарын үҙгәртеп ҡороу мөһимлеген билдәләне. Ултырыш башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар газ яғыулығы файҙаланылған техника күргәҙмәһе менән танышты.
– Башҡортостан 30 миллион тоннаға яҡын нефть эшкәртә, әммә яғыулыҡҡа хаҡ беҙҙә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән бер ҙә кәм түгел. Шуға күрә газ-мотор яғыулығына ла иҫәп тотабыҙ. Әле беҙҙә 100 миллион кубометр газ тултырыу һәләтенә эйә булған 11 компрессор станцияһы бар, ләкин ошо ҡеүәттең сирек өлөшөн генә – ни бары 24 миллион кубометрҙы – файҙаланабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан етәксеһе, "Газпром газ-мотор яғыулығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, быйыл республикала тағы ла ике газ тултырыу станцияһы асыласағы хаҡында һөйләне.
– Беҙгә газ файҙаланыу мәҙәниәтен үҫтерергә кәрәк. Кешеләр әлегә бындай технологияларға әллә ни ышаныс күрһәтмәй. Был – "хәүефле" яғыулыҡ төрө, тигән фекерҙә улар. Киң аңлатыу эше алып барыу шарт. Бынан тыш, ошондай техниканы һатып алыуҙа ярҙам күрһәтергә, ставканы түбәнәйтеү йәһәтенән автостраховка менән шөғөлләнергә кәрәк. Бындай транспорттың техник, иҡтисади һәм экологик өҫтөнлөктәрен асып биреү фарыз. Ҡеүәтле пиар-кампания талап ителә, – тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.
Артабан төбәк башлығы заманса технологияларҙы һәм ҡорамалдарҙы файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә туҡталды.
– Газ баллоны ҡуйыу менән шөғөлләнгән структураларға, техник хеҙмәтләндереү пункттарындағы хәлгә, махсус автомобилдәргә ҡәтғи контроль булдырыу мөһим. Техник тикшереүҙе, ЮХХДИ рейдтарын көсәйтергә кәрәк. Был мәсьәләләр хәл итеүҙе талап итә. Әйтергә кәрәк: беҙ әле юлдың башында ғына, хаталар ҙа булыуы ихтимал. Иң мөһиме – аяҡҡа баҫтыҡ. Артабан эш алға китер тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов.



Вернуться назад