Рөстәм Хәмитов Өфөлә ойошторолған IV халыҡ-ара "Ҙур химия" форумында "Труд" гәзите журналисы Гүзәл Агишеваға интервью биргән. Ул “Беҙҙә хайран ҡалдырырлыҡ нәмәләр бар" тип атала.
Яҙмала Башҡортостандың, шулай уҡ Татарстандың, Пермдең нефть һәм химия предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеү өсөн Көнбайыш Себерҙән торба үткәргес һуҙыу, тармаҡтың эске баҙар үҫеше һәм һәүерташ газы мәсьәләләренә байтаҡ урын бүленгән. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, магистраль газ үткәргестәр өсөн һурҙырыу агрегаттарына деталдәрҙе Өфөлә сығарыу тураһында күп сығыш яһалған, асылда был ҡорамал бөгөн Украинала етештерелә. Хәбәрсе киләһе йыл Башҡортостанда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары хаҡында күберәк мәғлүмәт алыр өсөн республика етәксеһенә бер нисә һорау биргән. Төрлө бәхәстәр тыуҙырған "Кроношпан" ағас эшкәртеү заводы темаһы ла урап үтелмәгән. Был мәсьәлә буйынса Рөстәм Хәмитов: "Өфөлә төҙөлөшкә рөхсәт биргән чиновниктарҙың барыһы ла баш ҡалала йәшәй. Үҙҙәренә йәки туғандарына насарлыҡ теләмәгәндәрҙер бит улар?!" – тип кинәйә менән яуап биргән.
Көҙ буласаҡ Президент һайлауҙарында Рөстәм Зәки улының ниндәй маҡсат менән ҡатнашыуы хаҡында төплөрәк мәғлүмәтте лә ошо интервьюнан уҡып белергә мөмкин.