Ҡытай делегацияһы килде06.06.2014
Өфөлә Башҡортостан етәкселеге Ҡытай Халыҡ Республикаһының Чунцин ҡалаһы делегацияһы менән осрашты.
— Рәсәй менән Ҡытай араһындағы хеҙмәттәшлек йылдам үҫә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Төбәк кимәлендәге бәйләнештәр ҙә әүҙемләште. Башҡортостан Республикаһы — ҙур сәнәғәт субъекты. Беҙ нефть сығарыу, нефть химияһы, машиналар эшләү һәм агросәнәғәт комплексы кеүек тармаҡтарҙы үҫтерәбеҙ. Башҡа йүнәлештәрҙә лә эшләй алабыҙ. Чунцин ҡалаһы менән эшлекле, дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү яҡшы булыр ине. Ҡытай компанияларының береһенең офисын асыу, быраулау ҡорамалдары етештереү заводын, логистик үҙәк төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр бара.
Чунцин ҡалаһы делегацияһы вәкиле Чжан Фэну беҙгә тәүге тапҡыр килеүе хаҡында белдерҙе.
— Башҡортостанға килер алдынан беҙ республикала үҫеш алған тармаҡтарҙы иғтибар менән өйрәндек, — тине ул. — Машиналар эшләү, ауыл хужалығы, логистика, сауҙа, инфраструктура, күсемһеҙ милек өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.